Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Октябрь 2021, 10:00

100-ҙән ашыу мәсетле ковид вирусынан ревакцинация үткән

Уны районда урынлашҡан барлыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, шулай уҡ поликлиникала эшләйҙәр.

100-ҙән ашыу мәсетле  ковид вирусынан  ревакцинация үткән
100-ҙән ашыу мәсетле ковид вирусынан ревакцинация үткән

Табиптар тәүге прививка курсын үткәндәргә, коронавирус сирен үткәреүселәргә ярты йылдан һуң икенсе вакцинаны ҡуйҙырырға тәҡдим итә.
– Бөгөн беҙ район халҡы араһында коронавирус инфекцияһынан вакцина ҡуйыу кампанияһын әүҙем алып барабыҙ. Әммә шуны оноторға ярамай: вирусҡа антиматдәләр бер аҙҙан юғала. Шуның өсөн икенсе прививканы ваҡытында эшләтергә кәрәк. Был беҙҙең организмды COVID-19 вирусының яңы штамынан һаҡлар һәм яңы сирҙең барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймаҫ.
Мәсетле районында 100-ҙән ашыу кеше коронавирус инфекцияһынан прививка ҡуйыу буйынса ревакцинация үткән, йәғни вакцинаның ике компонентын ҡуйҙырғандан һуң ярты йыл үткәс, ҡабаттан прививка эшләткән. Күптәре бер тапҡыр ҡуйыла торған “Спутник Лайт” препаратын һайлай. Тикшеренеүселәр мәғлүмәте буйынса, ул 80 процент һөҙөмтә бирә, – тип һөйләй Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы Рима Алюкова.
Шулай уҡ икенсе тапҡыр “Спутник V”, “ЭпиВакКорона” һәм “КовиВак” препараттарын да ҡуйҙырырға мөмкин. Был ваҡытта антиматдәләргә анализ биреү мотлаҡ түгел.
Коронавирус вакцинаһы компонентына аллергияның ауыр формаһы, эшләнгән прививкаға ауыр реакция булғанда, 18 йәшкә тиклем балалар-ға һәм бала имеҙгән ҡатындарға вакцина ҡуйылмай. Киҫкен вируслы репиратор инфекция һәм хроник ауырыуҙар киҫкенләшкән ваҡытта прививка ҡуйыу ваҡытлыса туҡтатыла.
Ололарға күпләп вакцина ҡуйыу – коллектив иммунитетты барлыҡҡа килтерә һәм коронавирус таралыуын туҡтата.

Автор:Наталья  Русинова