Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Август 2021, 11:00

Прививка яһатһаң – 100 мең һум

Хөкүмәт коронавирустан вакцина яһатҡандар араһында рәсми лотерея раҫланы.

Прививка яһатһаң – 100 мең һум
Прививка яһатһаң – 100 мең һум

Приз уйнатыуҙа 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала. Сара 1 сентябрҙән 1 декабргә тиклем бара. Унда прививка яһатҡан һәм ошо хаҡта уникаль яҙылыу номеры менән вакцинацияланғандарҙың берҙәм регистрында теркәлгән граждандар ҡатнаша. Лотереяның операторы – “Гознак”. Приздарҙы уйнатыу һәм һөҙөмтәләрҙе бонусзаздоровье.рф. лотереяһының интернеттағы рәсми сайтында ҡарарға мөмкин. Прививка яһатҡандар исемлегенән компьютер осраҡлы ысул менән ике тапҡыр еңеүсе һайлай. Барыһы 1000 еңеүсе билдәләнәсәк. Уларҙың һәр береһе 100 мең һум аҡса ала. Приз отоу тураһындағы мәғлүмәт Дәүләт хеҙмәттәре сайтындағы шәхси кабинетта ла сағыла.

Автор:Наталья  Русинова