Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Август 2021, 10:35

Коронавирус менән сирләгәндәргә прививка эшләтергә кәрәкме?

Бөгөн Рәсәйҙә Covid-19 вирусынан халыҡ ҡуйҙырған прививкаларҙың кеше организмына йоғонтоһо әүҙем тикшерелә. Өйрәнеүҙең төп предметы – вакцина ҡуйҙырған халыҡтың иммунитеты вирусҡа ҡаршы күпме ваҡытҡа етә.

Коронавирус менән сирләгәндәргә  прививка эшләтергә кәрәкме?
Коронавирус менән сирләгәндәргә прививка эшләтергә кәрәкме?

Билдәле булыуынса, бөгөн организмдағы антиесемдәр ярты йыл дауамында 50 процентҡа түбәнәйә. Шул уҡ ваҡытта тестар антиесемдәрҙең бер төрөн генә билдәләй, ә башҡаларҙың кимәлен асыҡламай. Һорау тыуа: ғөмүмән, был күрһәткестәрҙе күҙәтеп торорғамы?
Был һорауға Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы Рима Алюкова аңлатма бирә. Уның билдәләүенсә, прививка ҡуйҙырғандан һуң алты ай үтһә лә күп кешеләрҙең билдәләрлек ыңғай антиесемдәр һаҡлана. Иң мөһиме – уларҙың булыуы, сөнки кеше күп төрлө инфекция һәм вирустар менән осрашып тора, ә организм һәр ваҡыт көрәшергә әҙер булып көтөп тора алмай, был бары тик ресурстарҙы һөҙөмтәһеҙ ҡулланыу.
Күп мәсетлеләр коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәргә прививка ҡуйҙырырғамы, тигән һорау бирә? Берәүҙәр, ауыр сирҙе кисергәндән һуң кәрәге юҡ, антиесемдәрҙең юғары кимәле вирустан һаҡлай, ти. Икенселәр, антиесемдәр-ҙең кеше организмында һаҡланыуы шәхсән, шуның өсөн дә был күрһәткестәрҙе үҙ аллы күҙәтеп торорға кәрәк, тип иҫәпләй. Әммә коронавирус инфекцияһын тышҡы билдәһеҙ, еңел формала үткәргәндәргә нимә эшләргә?
Рима Робинзон ҡыҙы әйтеүе буйынса, сирләү кимәле һәм антиесемдәр кимәле араһында бәйләнеш булыуына ҡарамаҫтан, ахыр сиктә, ул организмдың шәхси үҙенсәлектәре менән бер нисә факторға бәйле. Кеше сирҙе еңелсә кисерһә лә уның антиесемдәре күп булыуы мөмкин. Быға сирҙең организмда барышы, дауаланыу йәиһә, мәҫәлән, йоҡторған вирус күләме йоғонто яһай.
Вакцина эшләткәндән һуң да Covid-19 инфекцияһын йоҡторған осраҡтар бар. Шуны белеү мөһим: прививка инфекция йоҡтормауға йөҙ процент гарантия бирә алмай, әммә уны йоҡтороу ихтималлығын кәметә. Әгәр ҙә вакцина ҡуйҙырған кеше сир йоҡторһа, ул еңел формала уҙа.

Автор:Наталья  Русинова