Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Август 2021, 14:00

Яман шеш сиренән дауаланырға яңы үҙәк асылды

Дыуан районы Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы базаһында амбулатор онкология ярҙам үҙәге эш башланы, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәт хеҙмәте.

Яман шеш сиренән дауаланырға яңы үҙәк асылды
Яман шеш сиренән дауаланырға яңы үҙәк асылды

Төньяҡ-көнсығышта 110 меңдән ашыу кеше беркетелгән үҙәктә Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат һәм Балаҡатай райондарында яман шеш менән яфаланған пациенттарҙы дауалау һәм диагностика үткәреү хеҙмәте күрһәтеләсәк.
Яңы үҙәктә яман шешле пациенттарҙы тулы тикшереү өсөн кәрәк булған диагностик тикшереүҙең тулы спектрын үткәреү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Бында ике онколог, кабинеты ике эндоскопия, ике ультратауыш кабинеттары эшләйәсәк, шулай уҡ пациенттар-ҙы компьютер томографияһына ебәреү мөмкинлеге бар. Өс онколог иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ике сменала ҡабул итә.
– Пациенттарға диагноз ҡуйыу һәм дауалау ысулдарын билдәләү республика клиник онкология диспансеры базаһында бара, әммә сирлеләрҙе химиотерапияның ҡайһы бер схемаһын үткәреү өсөн амбулатор онкология ярҙам үҙәгенә лә йүнәлтергә мөмкин. Төньяҡ-көнсығыш райондар пациенттарына хәҙер тергеҙеү һәм коррекция терапияһын үҙ яғында алыу мөмкинлеге бар, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының проект эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Роза Яхина.
Амбулатор онкология ярҙам үҙәге төньяҡ-көнсығыш райондары халҡына диагностика үткәреү һәм дауалау ваҡытын ҡыҫҡартыу, уның сифатын күтәреү, химиотерапияны пациенттың йәшәгән урынына яҡынайтып үткәреү мөмкинлеге, шулай уҡ ауырыуҙарҙы реабилитациялау өсөн булдырылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Онкологик сирҙәр менән көрәш” проекты сиктәрендә республикала планлаштырылған 13 амбулатор онкология ярҙам үҙәгенең 12-һе үҙ эшен башлаған.

Автор:Наталья  Русинова