Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Июнь 2021, 16:45

Беҙҙә меңдән ашыу кеше коронавирустан прививка эшләтте

3 июнгә ҡарата коронавирус инфекцияһынан прививканың беренсе компонентын районда 1838 кеше ҡуйҙыртҡан, икенсе компонентын – 1390 кеше, тип хәбәр итә Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Булат Сәйетов.

Район 1965 доза “ГамКовид”, “ЭпиВакКорона” һәм “КовиВак” вакцинаһын алды.
Дауахананың баш табибы әйтеүе буйынса, вакциналар етештереү технологияһы һәм һаҡлау ысулдары менән айырыла. Бынан тыш, вакцина ҡуйыу процесы башҡа: “ГамКовид” һәм “ЭпиВакКорона” ике тапҡыр 21 көн арауығы менән ҡуйылһа, “КовиВак” – 14 көн ара менән.
Коронавирус инфекцияһынан прививка эшләтергә теләгән граждандар шул өс вакцинаның береһен һайлай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: прививканы 18 йәштән өлкән кешеләр эшләтә ала. Медицина рөхсәт итмәгән осраҡтар бар: йөклө ҡатындар, бала имеҙгән әсәләр, йоғошло һәм хроник сирҙәр менән ауырығандар, вакцина компонентына һиҙгер, шулай уҡ ауыр аллергия реакцияһы булғандар. Процедура алдынан медицина хеҙмәткәрҙәре вакцина үҙенсәлектәрен аңлата, медицина тикшереүен уҙғара һәм прививка эшләй. Укол ҡуйғандан һуң медицина хеҙмәткәрҙәре 30 минут самаһы һеҙҙең хәл-торошто күҙәтә.
Вакцина ҡуйҙырыу өсөн 8 (34770) 2-13-48 телефон һандары буйынса поликлиника регистратураһы, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы, шулай уҡ урындағы фельдшер йәиһә участка терапевы аша яҙылырға була. Прививканы поликлиниканың 19-сы кабинетында эшләйҙәр.
Бынан тыш, уны “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә ауыл биләмәләренә килгән “Сәләмәтлек поезы”нда ҡуйҙырырға мөмкин. “Сәләмәтлек поезы” Теләш ауылына – 12-16 июлдә, Йонос ауылына – 19-23 июлдә, Яңы Мишәр ауылына – 26-30 июлдә һәм Дыуан-Мәсетле ауылына 2-6 августа килә.
– Вакцина ҡуйыу тиҙлеген арттырырға кәрәк, – ти Булат Әснәф улы. – Районда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны артҡандан-арта. Тәүлек эсендә 1-2 кешенең COVID-19 инфекцияһы йоҡтороуы асыҡлана.