Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Май 2021, 11:00

Мәсетлеләр 37 литрҙан ашыу ҡан тапшырҙы

Был акцияла районыбыҙҙан йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты, шуларҙың 84-е, ҡан тапшырыуға яраҡлы тип табылып, донор булды. Һөҙөмтәлә 37 литрҙан ашыу ҡан тапшырылды.

18 һәм 19 майҙа Республика ҡан ҡойоу станцияһының күсмә бригадаһы Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында Донор көнө уңайынан акция уҙғарҙы.
Ҡан тапшырырға теләгән кешеләр тәүҙә медицина тикшереүе үтте, сәләмәтлек һәм хәл торошон күрһәтеп махсус анкета тултырҙы.
– 18 йәштән башлап һәр сәләмәт кеше ҡан тапшыра ала. Теркәлгәндән һуң, шәфҡәт туташы һәр потенциаль донорҙы трансфузиология буйынса берҙәм Рәсәй мәғлүмәттәр базаһында тикшерә. Әгәр ҙә сәләмәт икән, йоғошло йәиһә хроник ауырыуҙар булмаһа, бындай кеше ҡан тапшырыуға рөхсәт ала. Кәрәкле документтар тултырылғандан һуң, тикшереүҙең тәүге этабын үтә, гемоглобин кимәлен һәм ҡан төркөмөн билдәләү өсөн бармаҡтан ҡан алына. Гемоглобин етәрлек кимәлдә булһа, кеше табипҡа йүнәлтелә, һуңынан ҡан тапшырыу бүлмәһенә, – тип аңлата Республика ҡан ҡойоу станцияһы табип-трансфузиологы Илдар Йыһаншин. – Ҡан тапшырған кеше 530 һум аҡсалата компенсация һәм ике көн ял итеү хоҡуғы биргән рәсми медицина белешмәһе ала.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре иң әүҙемдәре булып сыҡты. Акция көнөндә ҡан тапшырырға теләүселәр араһында күп йылдар дауамында был сарала ҡатнашыу-сылар рәтендә беренсе тҡыр килгәндәре лә бар ине. Шуларҙың береһе – Александр Сай (һүрәттә).
– Күптән ҡан тапшырып ҡарарға уйым бар ине, нисектер был эш ҡала килде. Мин Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып-үҫтем. Бөгөн Екатеринбург ҡалаһында йәшәйем. Әсәйемә ҡунаҡҡа ҡайттым һәм үҙәк район дауаханаһында донор акцияһы уҙғанын ишетеп ҡалдым. Был кәрәкле эш тип иҫәпләйем, сөнки минең ҡаным кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыр, – ти ул.
Елек матдәһе донорҙары
Ҡан тапшырырға килеүселәргә елек матдәһе донорлығы тураһында мәғлүмәт бирелде һәм төрөн билдәләү өсөн өҫтәмә пробиркаға ҡан тапшырырға тәҡдим ителде.
Вася Перевощиков исемендәге елек матдәһе донорҙары милли регистры рекрутинг бүлеге етәксеһе Евгения Лобачова әйтеүе буйынса, улар ҡан рагы менән ауырыусыларға ярҙамға килергә әҙер
кешеләрҙе бөтә ил буйынса эҙләй. Бындай донорҙы табыуы ҡыйын һәм ҡиммәт. Елек матдәһе доноры ҡан төркөмөнә лә ҡарамай, резус-фактор буйынса ла һайланмай. Бында сирләүсе менән донорҙың гендары тап килеүе мөһим, йәғни гендар йыйылмаһы буйынса һайлана. Гендар йыйылмаһы, ҡағиҙә булараҡ, оҡшаш кешеләр төркөмөндә була. Мәҫәлән, башҡорт милләтенән ауырып киткән кешегә бары тик шул милләт кешеһе донор була ала. Бындай мөмкинлек – ун меңгә берәү генә. Йәғни, бер ауырыу кеше өсөн башҡорт милләтенән булған ун мең кешенең ҡанын тикшереп ҡарарға кәрәк. Иң мөһиме, донор ни өсөн ҡан тапшырғанын белергә тейеш. Ҡан һалынған бәләкәй пробирка Ҡазан федераль университетына – фундаменталь медицина һәм биология институтына китә. Унда ул генетик яҡтан тикшерелә, йыйылған мәғлүмәт потенциаль елек матдәһе донорҙары регистры базаһында теркәлә. Был маҡсатта ҡан тапшырған кеше бер нәмәгә лә бурыслы түгел һәм артабан үҙ тормошо менән йәшәй бирә.
Әгәр ҙә уның ҡаны ген буйынса берәй сирленеке менән тап килә икән, регистр хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә инеп: “Уян агент, сыҡ! Һин кеше ғүмерен ҡотҡара ала-һың!”, – тип мөрәжәғәт итеүҙәре мөмкин. Артабан донорға тулы медицина тикшереүе үтергә тәҡдим ителә. Кеше сәләмәт булғанда, ул Санкт-Петербург ҡалаһына саҡырыла һәм елек матдәһенә ҡан алына. Күптәр уны, арҡаға ҙур энә ҡаҙап, арҡа мейеһен алалар, тип хаталана һәм ҡурҡа.
Ысында иһә елек матдәһе – беҙҙең ҡанда һәм һөйәктә булған ҡан барлыҡҡа килтереүсе орган. Ҡайһы бер кешеләрҙең ҡан барлыҡҡа килтереүсе органдар системаһында тотҡарлыҡтар барлыҡҡа килә һәм сәләмәт күҙәнәктәр “рак” ҡатламына алмашына. Табиптар уны “лейкоз”, “лейкемия” тип атай. Күпселек пациенттарға уны еңеү өсөн елек матдәһен алмаштырыу кәрәк.
Бөтә донъя буйынса ирекмәндәрҙең ҡан тураһында мәғлүмәт йыйылған махсус базаһы бар. Германия базаһында – 10 миллион донор, АҠШ-та – 13 миллиондан ашыу. Израилдә һәр унынсы граждан – елек матдәһе доноры. Рәсәйҙә донорҙар базаһында 155 мең кеше тора. Был бик бәләкәй һан. Шуның өсөн дә рак менән яфаланыу-сылар донорҙы халыҡ-ара регистрҙа эҙләй, йә булмаһа сит илгә дауаланырға сыға. Бындай ысул бик ҡиммәткә төшә. Донорҙар базаһын киңәйтеп кенә хәлде яҡшыртырға һәм ауырыуҙарға тиҙ арала ярҙам итергә мөмкин.
Айгөл ШАРАПОВА.