Коронавирус инфекцияһын йоҡтороп, дауаланып сыҡҡандарға ла прививканан баш тартырға кәрәкмәй. Ваҡыт үтеү менән COVID-19 инфекцияһына антиесемдәр һаны кәмей һәм ҡабаттан йоҡтороу хәүефе арта. Шулай уҡ әлегә тиклем антиесемдәрҙең ниндәй күләмдә вирустан яҡлауҙы ышаныслы тәьмин итеүе билдәле түгел. Шуның өсөн дә вирусҡа ҡаршы көслө иммунитет булдырыу урынлы булыр.
Күптәрендә, шул иҫәптән оло йәштәгеләр һәм хроник сирҙәр менән яфаланыусыларҙа мәкерле сир ҡатмарлы уҙа. Уның ниндәй эҙ ҡалдырыуы һәм нисек тамамланыуын бер кем дә белмәй. Коронавирус инфекцияһының таралыуын туҡтатыу өсөн беҙгә берҙәм коллектив иммунитет булдырыу мөһим.
Был процедураны 18 йәштән алып барлыҡ теләгәндәр үтә ала. Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, бала имеҙгән әсәләргә, шулай уҡ табип рөхсәте булмағандарға (ауыр аллергия реакцияһы, йоғошло ауырыуҙар, хроник сирҙәрҙең киҫкенләшкән ваҡытында) прививка ҡуйылмай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: вакцина ҡуйыу процедураһы 21 көн арауығы менән ике компоненттан тора. Прививка ҡуйҙырыу бер сәғәт самаһы ваҡыт талап итә: кеше тәүҙә анкета тултыра, табип күҙәтеүен үтә, ә һуңынан препарат ҡуйыла һәм уға ярты сәғәт күҙәтеү аҫтында ҡалырға тәҡдим ителә.
Коронавирус инфекцияһына ҡаршы антиесемдәр вакцина ҡуйыуҙың беренсе этабында бер нисә көндән һуң барлыҡҡа килә. Тулы һәм ышаныслы һаҡланыу өсөн уның күләме аҙ булыуы мөмкин. Шуның өсөн дә беренсе һәм икенсе этап араһында коронавирус менән сирләү хәүефе бар, әммә йоҡтороу ҡурҡынысы вакцина ҡуй-ҙырғанға тиклемге кеүек юғары түгел. Прививка ҡуйҙырыуҙың беренсе һәм икенсе этабы араһында һаҡланыу сараһын үтәмәҫкә лә мөмкин тигән һүҙ түгел.
Районда вакцина ҡуйыу буйынса Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре составында мобиль бригада эшләй, улар ойошмаларға сығып прививка ҡуя. Шулай уҡ бригада райондың фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ла бара, бында теләгән бер кеше килеп табиптан ҡаралып, вакцина ҡуйҙыра ала.
Прививкаға ике ысул менән яҙылырға мөмкин: Дәүләт хеҙмәттәре порталында ябайлаштырылған форма буйынса; 2-13-48 телефоны буйынса регистратура аша; ауылдағы фельдшер йәки участка терапевы ярҙамында. Поликлиникала вакцина 19-сы кабинетта ҡуйыла. Икенсе компонентты ҡуйҙырғандан һуң, кеше Дәүләт хеҙмәттәре порталында прививка тураһында ике билдә ҡуйылған сертификат ала. Был документ уның коронавирус инфекцияһынан вакцина ҡуйҙырыуын раҫлай.
Йәйге оҙайлы ял миҙгеле алдынан үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы коронавирус инфекцияһынан һаҡлағыҙ. Вакцина ҡуйҙырыу – һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, Мәсетле районында 17 майға ҡарата коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәр һаны 720 кешегә етте, шулар-ҙың 351-ҙы лаборатор раҫланған, 369 кешелә вируслы пневмония рентген аша асыҡланған.
4 кеше – стационарҙа, 5 кеше амбулатор дауалана, 709 кеше һауыҡҡан, ике кеше вафат булған.
1484 кеше коронавирус инфекцияһынан прививканың беренсе компонентын ҡуйҙырған, 940 кеше – тулыһынса.