Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Апрель 2021, 12:00

Һаҡланғандың һағы ятыр

Районда коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу өсөн халыҡҡа вакцина ҡуйыу эше әүҙем бара. Бөгөн 1200 кеше прививка эшләткән дә инде.

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының мобиль төркөмө ойошмалар буйлап йөрөп вакцина ҡуя башланы. Мәҫәлән, район хакимиәте, милек менән идара итеү комитеты, Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге, “Ғаилә” үҙәге, “Социум” халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге, Мәсетле балалар шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре “Гам-Ковид-Вак” вакцинаһының беренсе компонентын ҡуйҙыртты. Үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәр-ҙәренең 40 процентҡа яҡыны вакцина алған.
Ойошмаларҙан тыш, мобиль бригада райондың фельдшер-акушерлыҡ пункт-тарына сыға, унда табипҡа күренгәндән һуң, шунда уҡ вакцина ҡуйҙырырға мөмкин.
Прививкаға яҙылыу ҡатмарлы түгел: “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында ябайлаштырылған форма буйынса, 2-13-48 телефоны буйынса регистратура аша, ауылдағы фельдшер йәки участка терапевы ярҙамында мөмкин. Поликлиникала вакцина 19-сы кабинетта ҡуйыла.
Коронавирус инфекцияһын үткәргәндәргә ярты йыл вакцина ҡуйҙырырға кәңәш ителмәй. Ә бына сирләгәндән һуң антиесемдәре етерлек булмағандарға прививка эшләтеү мөһим.
Вакцина оло йәштәгеләргә лә ҡуйыла. Уның хәүефһеҙлеге һәм һөҙөмтәлелеге тикшеренеүҙәр менән иҫбат ителгән. Ә дөйөм алғанда, прививка 18 йәштән рөхсәт ителә.
Коронавирус инфекцияһының өсөнсө тулҡынына юл ҡуймау өсөн барыбыҙ ҙа ҡуйылған талаптарҙы үтәргә тейешбеҙ: күп кеше йыйылған урындарға бармаҫҡа, сирлеләр менән бәйләнешкә инеү-ҙән һаҡланырға, битлек кейеп йөрөргә, арауыҡ һаҡларға һәм мөмкинселек булыу менән прививка эшләтергә.
Вакцина ҡуйҙырырғамы-юҡмы икәнлеген һәр кем үҙе хәл итә. Бында табип менән кәңәшләшеү мөһим. Ул сәләмәтлек торошон асыҡлап һәм сирҙәрегеҙҙән сығып һығымта бирә. Онотмағыҙ: прививка ғүмерҙәрҙе ҡотҡара. Үҙебеҙ һәм яҡындарыбыҙ тураһында хәстәрлек күрәйек.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының прививка ҡуйыу кабинеты байрам көндәрендә 5, 6 һәм 7 майҙа эшләйәсәк.
Ауылдарға вакцина ҡуйыу өсөн сығыу графигы:
4 май – Абдулла ауылы,
5 май – Теләш ауылы,
6 май – Яңы Мишәр ауылы,
11 май – Яңы Яуыш, Иҫке Мишәр ауылдары,
12 май – Мәләкәҫ ауылы,
14 май – Яңы Мөслим, Борғатъя ауылдары.