Мәсетле тормошо
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Апрель 2021, 14:45

Вакциналар нимәһе менән айырыла

Рәсәйҙә коронавирустан өс вакцина теркәлгән: Гамалея исемендәге институт әҙерләгән “Спутник V”, “Вектор” вирусология үҙәге сығарған “ЭпиВакКорона” һәм Чумаков исемендәге үҙәк әҙерләгән “КовиВак”. Халыҡ араһында вакциналарға бәйле күп һорау тыуа.

Ғалимдар фекеренсә, коронавирустан вакциналар төрлө, әммә барыһы ла һөҙөмтәле һәм ышаныслы.
– Вакциналар хәүефһеҙ һәм кешелек тарихында ирешелгән медицина һынауҙарын үткән, – ти М. П. Чумаков исемендәге тикшеренеүҙәр һәм иммунобиологик препараттар әҙерләү үҙәгенең кесе фәнни хеҙмәткәре Виктор Волок.
Коронавирустан Рәсәйҙә етештерелгән өс вакцинаның хәүефһеҙлеге һәм һөҙөмтәлелеге һынауҙарҙың тәүге этабында уҡ иҫбат ителгән. Әммә бында терминдарға иғтибарлы булыу мөһим. Новосибирск ҡалаһының “Вектор” үҙәге белгесе “ЭпиВакКорона” тураһында бына нимәләр һөйләй:
– Ирекле һынау үтеүселәр барыһы ла сәләмәт булғанда һәм изоляцияланғанда, ул 100 процентҡа иммунологик һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Нәҡ иммунологик, – тип баҫым яһаны Александр Рыжиков.
Ул юҡҡа уға баҫым яһамай. Иммуногенлыҡ – ул вакцинаның антиесемдәр барлыҡҡа килтереү һәләте. Ә бына ул антиесемдәрҙең коронавирус менән көрәштә ни тиклем һөҙөмтәле булыуы клиник тикшереүҙәрҙең өсөнсө фазаһы тамамланғас билдәле буласаҡ. Шулай ҙа, белгестәр был вакцинаның кемдәргә яҡшыраҡ булырын бөгөн үк әйтә ала:
– “ЭпиВакКорона” иммунитет барлыҡҡа килеүгә йомшаҡ йоғонто яһай, иммунитеттың өс һаҡланыу линияһы булдыра. Ул бигерәк тә оло йәштәгеләргә, аллергия менән яфаланыусыларға тура килә, – тип аңлата Роспотребнадзор етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының баш санитар табибы Анна Попова.
Был вакцина башҡаларҙан алдараҡ һынау үтә башланы. Шулай булғас, ул халыҡ-ара кимәлдә үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫлап өлгөрҙө.
Ә бына иң һуңғы “КовиВак” Рәсәй вакцинаһы күпләп етештереүгә яңыраҡ сығарылды. Ул ваҡыт һынауы үткән классик вакциналар төрөнә инә. Был осраҡта вакцина менән организмға “үлтерелгән” вирус индерелә.
– Барлыҡ таҙартыу стадияларын уҙғандан һуң, уның кире эҙемтәләре булмауын асыҡланыҡ. Антиген, “үлтерелгән” вирус аллергия булдырмай, – ти Виктор Волок.
Бындай вакцина хәүеф төркөмөнә ҡарағандарға ҡулай.
– Аутоиммун сирле кешеләргә мин “КовиВак”ты тәҡдим итер инем. Сөнки бында беҙ инфекция процесының үҙен тәбиғи булдырабыҙ. Беҙ күҙәнәктең эсенә үтеп инмәйбеҙ, уны нимәлер барлыҡҡа килтерергә мәжбүр итмәйбеҙ, – ти иммунолог Николай Крючков.
Аутоиммун сирҙәргә артрит, диабет, склероз инә. Онкосирлеләр – айырым бер ҙур төркөм.
– Вакцинацияның йыл һайын уҙғарылыуы көтөлә. Ул сезонлы булыр, моғайын. Хәҙер “Лайт” вакцинаһы өйрәнелә. Ул ниндәйҙер кимәлдә антиесемдәр булған осраҡта ҡулланыласаҡ һәм вакцинацияның еңелерәк вариантын эшләргә мөмкин буласаҡ. Бер укол менән генә иммунитет тәьмин ителәсәк, – тип һөйләй Үҙәк федераль округтың баш клиника фармокологы Александр Хохлов.
Рәсәйҙә сығарылған вакциналарҙың өсөһөнөң дә ҡуйыу процедураһы бер төрлө. Ул – ике-өс аҙна арауыҡ менән ике прививка. Коронавирусҡа иммунитет икенсе уколдан һуң 21 көн үтеүгә барлыҡҡа киләсәк, тип иҫәпләнә. Ә инде ниндәй вакцинаны һайларға икәнлеген һеҙҙең үҙегеҙгә хәл итергә.
Беренсе канал материалдары буйынса әҙерләнде.