Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Апрель 2021, 11:00

Улар ғүмерҙәр өсөн яуаплы

Беҙ ябай булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ: яңы коронавирус инфекцияһы тормошобоҙҙо ғына түгел, донъяға ҡарашты ла ҡырҡа үҙгәртте. Пандемия иғлан ителеүгә бер йыл тулды, ошо ваҡыт арауығында тормош ҡиммәттәрен, ә иң мөһиме, беҙҙең һәр беребеҙ өсөн иң ҡиммәтле сәләмәтлек һағында торған кешеләр хеҙмәте мөһимлеген аңланыҡ.

Бөгөн Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында һәр хеҙмәткәр алтын урынына икәне бер кемгә лә сер түгел. Шуның өсөн дауаханаға килеп яңы эш башлаған табип һәм фельдшерға яңы өмөттәр бағлана. Сағыштырмаса яңыраҡ дауахананың “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә яңы ике фельдшер – Айтуған Зарипов менән Рөстәм Рәхмәтуллин эшләй башланы. Икеһе лә медицина белеме алғас, эшкә районға ҡайта.
Айтуған “Ашығыс ярҙам” бүлегендә 2019 йылдан эшләй. Ошо һөнәрҙе һайлауы тураһында былай тип һөйләй:
– Табип һәм фельдшер – изге һөнәр, шуның өсөн дә мин кешеләргә ярҙам итеү теләге менән был һөнәрҙе һайланым.
Ошо ваҡыт эсендә дежурлыҡҡа баҫҡан егет менән төрлө хәлдәр була, һәр осраҡ һайын тәжрибә өҫтәлә. Бер шулай, шылтыратып, ҡан баҫымы күтәрелеүе тураһында хәбәр итәләр. Адрес буйынса килһә, унда йөҙө ағарған оло йәштәге ир кеше тора. Ҡан баҫымы күтәрелгәндә, киреһенсә, сирленең йөҙө ҡыҙыл була. Айтуған тиҙ генә ҡан баҫымын үлсәй, ул бик түбән булып сыға. Бының сәбәбен тәү ҡарашҡа билдәләү ҡатмарлы, ә шулай ҙа эсәккә ҡан һау-ғанда шулай булыуы ихтимал. Фельдшер, белеменә таянып, тиҙ арала дөрөҫ ҡарарға килә: пациентҡа зонд ҡуя һәм дауаханаға алып килә, шулай итеп, кеше ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала.
– Йыш ҡына урамда йәиһә дауахана коридорында туҡтатып, ваҡытында медицина ярҙамы күрһәткән өсөн рәхмәт әйтәләр. Был – минең өсөн иң юғары баһа, – ти Айтуған.
Рөстәм Рәхмәтуллин Златоуст медицина техникумында фельдшер һөнәрен алып сыға. Хеҙмәт юлын район поликлиникаһының кисектергеһеҙ ярҙам кабинетында башлай, ә һигеҙ айҙан “Ашығыс ярҙам” бригадаһына күсерелә.
– Тәүҙә ауыр ине, – тип һөйләй ул. – Әммә аҙаҡтан күнектем, хәҙер үҙемде был эштән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Ваҡыт бер урында тормай, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенә лә яңы һанлы технологиялар индерелә. Уҙған йылдан алып фельдшерҙар эштәрендә планшет ҡуллана. Ярҙамға саҡырып мөрәжәғәт итеү менән, планшетҡа пациенттың кисергән сирҙәре, хроник сирҙәре тураһында һәм тиҙ ярҙам күрһәтеүҙә мөһим булған башҡа мәғлүмәт килә. Бындай уңайлылыҡ эште тиҙләтә һәм ваҡытты аҙыраҡ сарыф иттерә. Бынан тыш, кәрәк булған осраҡта, пациентты тура табипҡа йүнәлтеү мөмкинселеге лә бар.
Ашығыс ярҙам бүлеге фельдшерҙарының эше яуаплы һәм ҡатмарлы: һәр ваҡыт әҙер торорға, кеше хәленә инә белергә кәрәк. Алда йәш белгестәрҙе йәнә яуаплы эш көндәре, тиҫтәләрсә пациенттар көтә.