Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Март 2021, 11:00

Хәүеф юғары ҡала

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 25 мартҡа ҡарата коронавирус инфекцияһын йоҡтороп сирләүселәр һаны 31377 кеше тәшкил итте.

Бер тәүлек эсендә COVID-19 инфекцияһын 111 кеше йоҡтороуы раҫланды. Бөгөн 506 сирле кеше дауалана. 304 сирле стационарҙа ята, 33 пациент ауыр хәлдә, 7 – ИВЛ аппараты аҫтында.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының техник төркөм башлығы Мария Ван Керкховен донъяла коронавирус инфекцияһынан үлем осрағы артыуы тураһында белдерҙе. “Ҡайһы бер илдәрҙә граждандарҙың сикләү сараларын ябыуҙы талап итеп баҫым яһауҙары, вакцинаның етмәүе, тигеҙ бүленмәүе, COVID-19 инфекцияһының яңы штаммы барлыҡҡа килеүе хәлде ҡатмарлаштыра”, – тип өҫтәне.
Шулай уҡ, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының биш төбәгенең дүртеһендә бишенсе аҙна рәттән таралыу үҫеше күҙәтелә. Белгес әйтеүе буйынса, Европала зарарланыу осрағы һуңғы аҙнала 12 процентҡа артҡан, быға башлыса Бөйөк Британияла таралған штамм сәбәпсе.
Рәсәй Президенты Владимир Путин 23 мартта коронавирус инфекцияһынан прививка эшләтте, ул үҙен яҡшы тоя һәм ҡәҙимге эш режимында эшләй.
Почетлы академик Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология милли тикшеренеү үҙәге баш белгесе Федор Лисицын апрель һуңында һәм май башында Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһының өсөнсө тулҡыны көтөлөүе тураһында киҫәтә.
Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда тәүге тапҡыр ирекмән яңы коронавирус инфекцияһы ҡорбаны булды. 35 йәшлек Радик Әсфәндиәров ирекмәндәр рәтенә пандемия башлан-ғас ҡушыла, ә февраль башында инфекция йоҡтора һәм сир менән бер ай көрәшә. Зубово ауылы янындағы ковид-госпиталдә 17 мартта йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Ирекмәндең ҡатыны һәм ике балаһы ҡалған.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, халыҡ коронавирусҡа ҡаршы көрәш сараларынан арып бөтһә лә, уяулыҡты юғалтырға ярамай, сөнки ул әле һаман бар. Шуға күрә яҡын арала йәнә социаль учреждениелар, дауаханалар һәм транспортта тикшереүҙәрҙе яңыртыр-ға кәрәк.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививканы мотлаҡ ҡуйҙырырға кәрәк һөнәрҙәр исемлеген атаны: медицина, белем биреү ойошмалары, социаль хеҙмәтләндереү һәм күп функциялы үҙәктәр хеҙмәткәрҙәре.
Бөгөн республикала “Гам-КОВИД-Вак” вакцинаһының тәүге компонентын 119,5 мең кеше ҡуй-ҙыртҡан, 78,9 мең кеше вакцинаны тулыһынса эшләткән. Прививка ҡуйыу кампанияһының эшен тиҙләтеүҙә мобиль пункттар ярҙам итә.
Коронавирус буйынса мәғлүмәт
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, Мәсетле районында 29 мартҡа ҡарата коронавирус менән сирләүселәр һаны 700 кешегә етте. Шуларҙың 340-ғы лабораторияла раҫланған, 360 кешелә вируслы пневмония рентген аша асыҡланған.
7 сирле амбулатор дауалана, стационарҙа – 3. 686 кеше һауыҡҡан, ике кеше вафат булған.
Коронавирус инфекцияһынан 586 кеше прививканың тәүге компонентын ҡуйҙыртҡан, 300 кеше тулыһынса вакцина яһатҡан.