Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Март 2021, 13:00

Районда халыҡҡа вакцина ҡуйыу эше бара

Тотош илдә, шул иҫәптән беҙҙең республикала, коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка ҡуйыу кампанияһы башланды.

“Гам-Ковид-Вак” вакцинаһы хәүефһеҙ булыуын һәм юғары һөҙөмтәлелеген күрһәтте лә инде. Республика халҡы өсөн прививка теләк буйынса һәм бушлай эшләнә. Вакцина ҡуйҙырырғамы, юҡмы икәнде һәр кеше үҙ аллы хәл итә. Бында ыңғай һәм кире яҡтары ла бар. Әммә пандемия осоронда прививканан баш тартыу, ауыр эҙемтәләргә килтерә, яҡындарыңа вирус йоҡтороу хәүефе менән янай. Башҡортостан Республикаһында COVID-19-ҙан вакцинаның беренсе компоненты менән 100 меңдән ашыу кеше прививка яһатҡан, икенсе компоненты менән – 45 меңдән ашыу. Республика халҡына прививка эшләү өсөн 122,6 мең доза ковидҡа ҡаршы вакцина килгән.
Мәсетле районында прививка ҡуйҙырырға теләүселәр һаны артҡандан-арта бара. Үҙәк район дауаханаһында көнөнә 40 кеше вакцина ҡуйҙырта. Шулай уҡ, ауылдарға сығып прививка ҡуйыу өсөн мобиль төркөм булдырылған. Дыуан-Мәсетле, Йонос, Тайыш, Аҙанғол һәм Ләмәҙтамаҡ ауылдары халҡы вирусҡа ҡаршы прививка яһатты ла инде.
Беҙҙең районда халыҡҡа вакцина ҡуйыу процедураһын шәфҡәт туташы Татьяна Могильникова башҡара.
Уның хеҙмәт юлы Һатҡы медицина училищеһын уңышлы тамамлағандан һуң башлана. Екатеринбург ҡалаһында дүрт йыл функциональ диагностика бүлегендә эшләй. 2010 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм район дауаханаһына участка шәфҡәт туташы булып килә. Был һөнәр, хәл-ваҡиғаларҙың ниндәй булыуына ҡарамай, ваҡыт, белем, оҫталыҡ, яуаплылыҡ, кешелеклелек сифаттары, изге күңелле булыуҙы талап итә. Татьяна Николаевна сирлеләрҙе ҡабул итергә ярҙамлаша, бик күп кәрәкле һәм мөһим эштәр башҡара: дауалаусы табипҡа ваҡытында ярҙам күрһәтә, пациенттарҙы тынысландыра белә.
– Моғайын да мин бүтән һөнәрҙе һайлай алмаҫ инем, был минең яратып башҡарған эшем. Коллектив, дауахана, пациенттар – минең ысын тормошом, уны мин башҡа һөнәргә алмаштырмайым, – ти Татьяна Могильникова.
Оҙаҡ йылдар эшләү осоронда эш тәжрибәһе туплаған Татьяна Николаевна табип ярҙамсыһы булып ҡына ҡалмай, ә уның уң ҡулына ла әйләнә. Пациенттарҙы һәр яҡлап ҡарау, төрлө дауалау һәм диагностика процедуралары – былар барыһы ла шәфҡәт туташының иңендә.
Татьяна Николаевна Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында 10 йылдан ашыу эшләй. Ул район үҙәгендә тыуып үҫкән, буш ваҡытын ғаиләһе менән уҙғара, йорт эштәрен бергә башҡаралар.