Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Февраль 2021, 18:00

Дауахананың клиник лабораторияһы модернизациялана

Мәсетле районы халҡы, 1 марттан Оло Ыҡтамаҡ район дауаханаһының клиник лабораторияһын ябыр-ға уйлайҙар, тип хәүефләнә. Системала, ысынлап та, ниндәйҙер үҙгәрештәр көтөләме һәм был район халҡын хеҙмәтләндереү сифатына нисек йоғонто яһаясаҡ?

Һорауға Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Булат Сәйетов яуап бирә:
“Башҡортостан Республикаһында лаборатор диагностика хеҙмәттәрен модернизациялау үткән йылда уҡ башланған ине. Ә быйыл ул беҙҙең дауахана лабораторияһына ла ҡағылды.
Быларҙың барыһы ла клиник лаборатория ойошмаларының өс кимәлле системаһын формалаштырыу проекты буйынса тормошҡа ашырыла.
Лаборатор хеҙмәтте үҙәкләштереү проектының һөҙөмтәлелеге медицина, иҡтисад һәм социаль-ойоштороу йүнәлештәре буйынса ҡарала. Медицинала ыңғай яғы – тикшереүҙәрҙең киңерәк спектрын алыу мөмкинлеге, уларҙың юғары сифатлы булыуы. Иҡтисади һөҙөмтәлелек – дөйөм күләмдә материалдарға һәм реагенттарға, операцион һәм лаборатор ҡорамалдарҙы һатып алыуға сығымдар кәмейәсәк, тикшереүҙәрҙе ҡабатлау талап ителмәй.
Ҡыҫҡаһы, анализдарҙы бер урында биреү мөмкинлеге буласаҡ, пациентты төрлө медицина ойошмаларына ебәрергә кәрәкмәйәсәк. Һөҙөмтәне лә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алырға мөмкин.
Республикала бөтәһе 135 медицина лабораторияһы эшләй. Модернизациялау барышында уларҙың бөтәһе лә һаҡланып ҡаласаҡ. Беҙҙә анализға биоматериал алыу, элекке кеүек үк, беҙҙең клиник лабораторияла тормошҡа ашырыласаҡ һәм көн һайын диагностика үткәреү өсөн Мәсәғүт ауылында йәки Өфө ҡалаһында урынлашҡан клиник лабораторияға ебәреләсәк. Уның һөҙөмтәһе табипҡа электрон төрҙә бер тәүлек эсендә килә. Модернизация халыҡты хеҙмәтләндереү сифатына бер нисек тә кире йоғонто яһамаясаҡ”.