Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Февраль 2021, 16:00

Хәҙер мәсетлеләр ҙә вакцина ҡуйҙыра ала

Кисә Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына коронавирустан 135 доза “Гам-КОВИД-Вак” ике компонентлы вакцинаһы килтерелде (“Спутник V” сауҙа маркаһы).

Вакцинаны поликлиника хеҙмәткәрҙәре алып ҡайтты. Прививка ҡуйҙырырға теләүселәр исемлеге көн һайын тулылана. Был – мөһим һәм күләмле эштең башы ғына әле.
Тәү сиратта вакцина медицина, мәғариф, социаль учреждениеларҙа эшләүселәргә, 60 йәштән өлкәндәргә, хроник сирлеләргә яһала. Башҡалар ҙа вакцина ҡуйҙыра ала.
Прививка яһатыу – ирекле. Теләктәре булғандар 2-13-48 телефоны буйынса поликлиника регистратураһында яҙыла ала.
Вакцина ике этапта ҡуйыла. Икенсеһе – тәүгеһен ҡуйҙырғандан һуң өс аҙнанан. Унан һуң ике йылға иммунитет барлыҡҡа киләсәк тип көтөлә.
– Пандемияның тәүге көндәренән үк бар донъя вакцина барлыҡҡа килеүен көтөп йәшәне. Бына хәҙер беҙҙең дә үҙебеҙҙе һаҡлау һәм ауыр эҙемтәләрҙән ҡотолоу мөмкинлеге барлыҡҡа килде, – ти Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы Рима Алюкова. – Мәсетлеләр был сараға яуаплы ҡарар һәм профилактика сараһы менән үҙ сәләмәтлектәре файҙаһына ҡулланыр, тип ышанабыҙ.