Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Февраль 2021, 17:50

Йыл һайын 4 февралдә Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө билдәләнә

Был дата 2005 йылда “Онкологик ауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса халыҡ-ара берләшмә” тарафынан иғлан ителгән.

Уның төп маҡсаты – әлеге ҙур проблемаға йәмғиәттең иғтибарын йүнәлтеү, халыҡтың яман шеш тураһында мәғлүмәткә эйә булыуын, уның сәбәптәрен һәм профилактик сараларҙы белеүҙе тәьмин итеү.

Рак – күҙәнәктәрҙең контролһеҙ тиҙ үҫешеп, шеш барлыҡҡа килтергән онкологик сирҙәрҙең дөйөм термины.

Шештең барлыҡҡа килеүенә тышҡы (йәшәү шарттары, матдәләр, микроорганизмдар) һәм генетик фактор сәбәпсе. Сирле күҙәнәктәрҙең бик тиҙ бүленеүе, кеше ғүмерен ҡыҫҡартыуға алып килә.

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-онкологы Элина Камалетдинова әйтеүе буйынса, Мәсетле районында “яман шеш” диагнозы раҫланған кешеләр һаны йылдан-йыл арта. Иҫәптә тороусыларҙың дөйөм һаны 2021 йылдың 1 февраленә ҡарата 428 кеше тәшкил итә. 2021 йылдың ғинуар айында ғына ике кешелә – үпкә, берәүҙә – эсәк, ике ҡатында – һөт биҙе, бер пациентта – эндометрия, бер кешелә – тире, бер пациентта ашҡаҙан яман шеше асыҡланған.

– Яман шештең һәр кемдә барлыҡҡа килеүе ихтимал, йәш үтеү менән ул арта ғына. Бигерәк тә нәҫелендә ундай сир осрағандарға үтә лә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Шеште профилактикалауҙың мөһим иҫкәртеү сараһы – сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу һәм даими тикшереү үтеү, – тип һөйләй Элина Наил ҡыҙы.

Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, атап әйткәндә, физик әүҙемлек, емеш-еләк һәм йәшелсәләрҙе оптималь миҡдарҙа ҡулланыу, йоҡо режимын үтәү яман шеш үҫеше ҡурҡынысын кәметә. Насар ғәҙәттәрҙең булмауы ла (тәмәке тартмау, алкоголь ҡулланмау) сәләмәт булып ҡалыу ихтималлығын арттыра. Онкоген вирустарға ҡаршы прививканан баш тартыу кәрәкмәй, сөнки ул тәндәге вирусты юҡ итә. Әгәр вирус хужаһын еңә алмаһа, яман шеш ауырыуын да барлыҡҡа килтерә алмай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәләмәт йәшәү рәүеше лә яман шештең булмауына гарантия бирмәй. Шуға күрә табиптарға даими күренеп торорға кәрәк. Яман шеште тәүге стадияһында еңеп була икәнлеген хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.