Мәсетле тормошо
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Декабрь 2020, 11:45
Вакцинацияға бәйле ниҙәрҙе белеү мөһим?
4 декабрҙә республикаға Гамалея фәнни-тикшеренеү үҙәге етештергән ике компонентлы Гам-КОВИД-Вак векторлы вакцинаһының 1200 дозанан торған партияһы килтерелгәне һәм 9 декабрҙә төбәктә коронавирустан вакцинация башланғаны тураһында хәбәр иткәйнек.
Иммунизациялау ирекле формала үткәрелә. Тәүге сиратта республиканың 24 медицина һәм мәғариф ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренә прививка эшләнәсәк.
Вакцина үҙәкләштерелгән федераль ойошманан барлыҡ һаҡлау һәм логистик талаптарҙы үтәп килтерелгән. Тейешенсә йыһазландырылған "Башфармация" ойошмаһы складында бушатылғас, вакцинация пункттарына барлыҡ һалҡынлыҡ шарттарын һаҡлап еткерелгән.
Вакцинация алдынан терапевт тикшерә. Прививка өс аҙна интервал менән ике этапта яһала. Беренсеһенән һуң гумораль иммунитет барлыҡҡа килә, йәғни һаҡлаусы антиматдәләр хасил була. Икенсеһен яһағандан һуң һөҙөмтә нығытыла, тотороҡло һәм оҙайлы күҙәнәк кимәлендәге иммунитет барлыҡҡа килә.
Вакцина 18-ҙән 60 йәшкә тиклемгеләргә эшләнә. Ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарға яһалмаясаҡ. Был сикләү, ғүмүмән, барлыҡ дарыуҙар, иммунобиологик препараттар өсөн дә хас.
Унан тыш, вакцина киҫкен инфекция сиренә дусар булғандарға, хроник ауырыуҙары киҫкенләшкәндәргә, вакцина компоненттарына гиперһиҙгерлек күрһәткәндәргә эшләнмәйәсәк. Беренсе компоненттан һуң ҡатмарлыҡтар тыуһа, икенсе компонент шулай уҡ яһалмаясаҡ.
Вакцинация үткәргәндә пациент анкета тултыра, иҫкәртмә бирелә (өс көн прививка урынына һыу тейҙерергә, мунса, саунаға барырға, алкоголле эсемле ҡулланырға ярамай).
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Vaktsinatsiya-a-b-yle-ni-r-e-bele-m-im-582748/
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан