Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Ноябрь 2020, 11:59

Яман шешкә илтер тура юл

19 ноябрь - Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө.

Статистика буйынса, тәмәке тартыусыларҙың 20 проценттан аҙырағы беренсе ынтылыштан уҡ тартыуын ташлауға өлгәшә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, тәмәке – донъя буйынса үлемгә килтереү осраҡтары буйынса икенсе урынды биләгән һәм уға ҡаршы торорлоҡ мөмкинлек булған төп сәбәп. Уның арҡаһында ер йөҙөндәге йыл да 5 миллион кешенең ғүмере өҙөлә. Тәмәке тартыу ғүмер оҙонлоғон уртаса 10 йылға ҡыҫҡарта. Әгәр ҙә тәмәкегә ҡараш кире яҡҡа үҙгәрмәһә, 2020 йылға никотин йылына 10 миллион кешенең ғүмерен өҙөүе күҙаллана.
Тәмәкенең зыяны уны тартыусыға ғына түгел, уның янындағыларға ла тәьҫир итә. Тәмәке тартҡан бинала 1,5 сәғәт булған тартмаған кешенең организмында никотин концентрацияһы 8 тапҡыр артыуы, ә был үҙ сиратында үпкә яман шешен барлыҡҡа килтереүе иҫбат ителгән.
Күҙәтеүҙәр буйынса, тәмәкеселәрҙең 10 проценты ауырый һәм яман шештән донъя ҡуя. Көнөнә яҡынса бер ҡап тартҡандар өсөн был күрһәткес 20 процентҡа барып етә. Унан тыш, тәмәке тартыу бик күп башҡа сирҙәрҙең (йөрәк-ҡан тамырҙары, ашҡаҙан-эсәк юлдары, тын алыу юлдары һ.б.) сәбәбе булыуын иҫәпкә алып, тәмәкеселәрҙең дүрттән бере үҙ ғүмерҙәрен үҙҙәре ҡыҫҡарта, тип әйтергә була.
Тәмәке һәм уның төтөнөндәге 3000-дән артыҡ химик матдәнең күпселеге яман шештең төрлө формаһын барлыҡҡа килтереүсе һәм күҙәнәктәрҙең генетик материалын зарарлаусы канцерогендар. Был насар ғәҙәт сәбәп булған сирҙәр араһында күпселекте үпкә яман шеше – яман шештең иң таралған төрө тәшкил итә. Был сирҙән тотош донъя буйынса йыл да 1 миллиондан ашыу кешенең ғүмере өҙөлә. Тәмәкенән баш тартыу яман шештең был төрөнән үлем һанын кәметеүҙең берҙән-бер сараһы булып тора.
Тәмәке менән үпкә яман шешенең бәйлелеге тартыусы һәм тартмаусылар араһында сирләү осраҡтарына аналитик тикшереүҙәр үткәреп, иҫбат ителгән. Тәмәкеселәрҙә тартмағандарға ҡарағанда үпкә яман шеше хәүефе 25 тапҡырға йышыраҡ. Хәүеф дәүмәле бер көндә тартҡан тәмәке һанына бәйле. Мәҫәлән, көнөнә 15-тән аҙыраҡ тәмәке тартыусыға хәүеф дәүмәле – 8, 15-24 тәмәке тартыусы өсөн – 13 һәм 25-тән артыҡты тартҡандарға 25-те тәшкил итә. Эпидемиологияла факторҙарҙың һәм эҙемтәнең, был осраҡта тәмәке тартыу менән яман шештең, бындай бәйләнешен “доза-эффект” тибындағы бәйләнеш тип атайҙар. Тамаҡ, йотҡолоҡ, ашҡаҙан аҫты биҙе һәм бәүел ҡыуығы яман шештәрендә лә “доза-эффект” бәйлелеге асыҡланған. Мәҫәлән, көнөнә 15, 15-29 һәм 30-ҙан артыҡ тәмәке тартыусыла тамаҡ яман шеше хәүеф дәүмәле, ярашлы рәүештә – 2, 4, 8.
Тәмәкесе яман шеш сире барлыҡҡа килеүгә тәмәке тартыу “стаж”ы ла йоғонто яһауын белергә тейеш. Оҙаҡ тартҡан һайын – яман шеш хәүефе юғарыраҡ.
Фильтрлы тәмәкенең һаулыҡ өсөн зыяны фильтрһыҙға ҡарағанда әҙерәк, тип иҫәпләйҙәр. Ысынлап та фильтрлыһын тартҡанда үпкә яман шеше хәүефе фильтрһыҙ тәмәке тартҡанға ҡарағанда кәмерәк. Әммә, фильтр яман шештең башҡа төрҙәре, йөрәк-ҡан-тамырҙары сирҙәре барлыҡҡа килеүе хәүефен кәметмәй. Трубка һәм сигара тартыусыларҙа ирен, ауыҙ ҡыуышлығы, тамаҡ, йотҡолоҡ яман шеше хәүефе юғары.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы биргән статистика мәғлүмәттәре:
-Ер шарында 6 секунд һайын тәмәке тартҡан бер, йылына – 4,9 миллион кеше яҡты донъя менән хушлаша;
-Рәсәйҙә тәмәкегә тартыуға бәйле булған сирҙәр арҡаһында көн дә 600 кеше үлә;
-Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылға тәмәке тартыусылар һаны 1,7 миллиардҡа тиклем етәсәк (бөгөн – 1,3 миллиард);
-Рәсәйҙә иң күп тәмәке тартҡан ҡатын-ҡыҙҙар 25-34 йәш арауығында осрай. 35-44 йәштәгеләр араһында бындайҙар 30 процент тәшкил итә.