Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Ноябрь 2020, 18:53

Ауырлыҡтар алдында ҡурҡып ҡалмаған

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, коронавирус инфекцияһы ныҡ таралыу сәбәпле, Башҡорт дәүләт медицина университетының һуңғы курс студенттарын республика поликлиникаларына участка терапевы вазифаһына стажер итеп ебәрергә ҡарар итте.

Бөгөнгө көндә республика поликлиника һәм дауаханаларында 1277 ординатор эшләй, шуларҙың 116-һы – ковид-госпиталдәрҙә, тип хәбәр итте Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының педиатрия бүлегенә стажер булып Юлиә Дилмөхәмәтова ҡайтты.
Ул Саха (Яҡут) Республикаһының Усть-Нера ҡасабаһында сығыштары менән Мәсетле районынан булған Фәүзиә һәм Флорид Хилажевтар ғаиләһендә донъяға килә.
Юлиәгә алты йәш сағында ғаилә тыуған яҡтарына – Йонос ауылына әйләнеп ҡайта. Йонос урта мәктәбенә уҡырға төшә. Туғыҙынсы класта уҡ ул һөнәре медицина менән бәйле булырын аңлай. Әсәһе Фәүзиә Мөғәфа ҡыҙының шәфҡәт туташы булып эшләүе ҡыҙҙың киләсәген билдәләй.
Мәктәптә яҡшы уҡый, химия һәм биология фәндәре иң яратҡан дәрестәре була. Спорт һәм йыр менән мауыға. Еңел атлетика буйынса район һәм зональ ярыштарҙа ҡатнаша. Шул йүнәлештә спорт мастеры кандидаты исеменә лайыҡ була.
Ләмәҙтамаҡ егете Айсыуаҡ менән яҙмыштары бәйләнгәс, иренең тыу- ған ауылына күсә. Алты ай элек улар-ҙың ҡыҙҙары Адель донъяға килә.
Сабый ғына балаһын ҡалдырып, Юлиә эшкә сығырға хәл итә. Башҡорт дәүләт медицина университеты етәкселеге уның был уйын хуплай һәм Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына юллай.
Юлиә эштә саҡта кескәй Адель өләсәһе Алһылыу Әбүбәкер ҡыҙы тәрбиәһендә.
Йәш белгес Юлиә Флорид ҡыҙына поликлиникала эшләү оҡшай. Педиатрия бүлегендәге табиптар сирләп дауаланырға киткән саҡта, ҡурҡып тормай, эште үҙ өҫтөнә ала. Сирлеләр-ҙе ҡабул итә, саҡырыу буйынса өйҙәренә бара – был уның өсөн тормошонда оло һынау.
– Бик күп кәрәкле мәғлүмәт алдым, улар миңә киләсәктә эшемде алып барырға ярҙам итер. Университеттан тыш тағы ла әллә күпме яңы нәмәгә өйрәндем, эш тәжрибәһе туплайым. Миңә эшемдә ярҙам иткән поликлиника коллективына, бигерәк тә остаздарым Артур Моратшин һәм Луиза Дәүләтоваға рәхмәтлемен, - ти белгес.