Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 10 ноябрҙә пневмонияға ҡаршы прививканың COVID-19-ҙан һаҡламауын
әйтте. «Кешенең үпкәһе төрлө сәбәптәр буйынса шешергә мөмкин. Структураһы һәм үҙенсәлектәре буйынса бер-береһенән ныҡ айырылып торған вирус инфекциялары ла, бактериялар ҙа патологик процесс барлыҡҡа килтерә», — тине Забелин.