Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Ноябрь 2020, 12:05

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин плазма тапшырҙы

Кисә ул Республика ҡан ҡойоу станцияһына барҙы.

Сәфәр барышында Александр Сидякин плазма доноры булды, шулай уҡ учреждениеның эше менән танышты. Ул мохтаждарға баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәткән донорҙарға рәхмәт әйтте.
Ҡан тапшырыу хеҙмәте ҡатмарлы коронавирус шарттарында эшләүен дауам итә, хеҙмәткәрҙәрҙе лә, донорҙарҙы ла һаҡлау буйынса эпидемияға ҡаршы барлыҡ кәрәкле саралар күрелә.
«Беҙ потенциаль донорҙарҙы ҡан бирергә саҡырабыҙ һәм бының хәүефһеҙ икәнен хәтергә төшөрәбеҙ. Бөгөнгә республика медицина ойошмаларының ҡан компоненттарына ихтыяжы тулыһынса ҡәнәғәтләндерелә, ләкин шул уҡ ваҡытта донорҙарға ихтыяж көндән-көн кәмей. Шулай уҡ беҙ COVID-19 ауырыуын кисергәндәрҙе иммун плазмаһын тапшырырға саҡырабыҙ. Ҡандың ошо компоненты Республика ҡан ҡойоу станцияһында һәм Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет ҡалаларындағы филиалдарҙа ҡабул ителә», — тине Республика ҡан ҡойоу станцияһы хеҙмәткәрҙәре.
Кемдәрҙең ковидҡа ҡаршы плазма доноры була алыуын учреждениеның сайтында белергә мөмкин.
Фото: Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: плазма