Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Ноябрь 2020, 14:00

Сирлеләр һаны арта

Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин коронавирус инфекцияһы буйынса брифинг үткәрҙе. Был сарала Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Булат Сәйетов ҡатнашты. Ул Мәсетле районы халҡын вирусҡа бәйле хәл-торош менән таныштырҙы.

Баш табип әйтеүенсә, ауырыуҙың таралыу сығанағы – балалар һәм йәштәр. Шуға ла уларҙың килеп тыуған ваҡиғаға аңлап ҡарауҙарын һәм Роспотребнадзор бойороғон үтәүҙәрен һорай: һаҡланыу саралары – битлек һәм бирсәткә кейергә, социаль арауыҡты һаҡларға, йышыраҡ ҡул йыуырға һәм зарарһыҙландырыу саралары менән ҡулланырға.
Булат Сәйетов Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 3 ноябрендәге “Башҡортостан Республикаһы медицина ойошмаларында амбулатория шарттарында (өйҙә) яңы коронавирус инфекцияһынан дауаланған сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү тураһында” 1713-Д һанлы бойороғо хаҡында хәбәр итте.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында йоғошло ауырыуҙарҙы диагностикалау ысулы булған сылбырлы полимераз реакцияһына (ПЦР) анализ тапшырырға теләүселәр һаны артыуы күҙәтелә. ПЦР-ға анализдар шишәмбе һәм кесаҙна ҡабул ителә. Әлеге ваҡытта дауахана етәкселеге анализ тапшырырға теләгән сәләмәт һәм тән температураһы юғары булған пациенттарҙы айырым ҡабул итеү мәсьәләһен ҡарай.
Брифинг ваҡытында райондың баш табибына өйҙә дауаланыу шарттарында инфузион терапия (капельница) ҡулланыу мөмкинселегенә бәйле һорау бирелде. Был һорауға баш табип өйҙә дауаланыу шарттарында был ысулды ҡулланыу ярамағанлығы, ҡаты сирләгән пациенттарҙы госпиталгә һалыуҙары тураһында аңлатты.
9 ноябргә ҡарата районда коронавирус йоҡтороуҙың 228 осрағы теркәлгән. Шуларҙың 66-һы лабораторияла раҫланған, 162-һе рентген аша асыҡланған, 160 кеше һауыҡҡан, 40 кеше – амбулатор, 16 кеше стационарҙа дауалана, ике кеше вафат булған. Урындағы провизор госпиталдә 10 кеше дауалана.