Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Октябрь 2020, 13:45

Коронавирус ҡабаттан йоға!

COVID-19 сиренең ауыр формаһын үткәргән кешеләр яңынан коронавирус йоҡтороу ихтималлығынан дүрт ай самаһы ҡотола ала, сөнки уларҙың организмында вирусты һаҡлаған антиматдәләр юғары кимәлдә була.

Бындай һығымтаны Гарвард университетының Медицина мәктәбе һәм дөйөм профилле Массачусет дауаханаһының инфекция бүлеге (АҠШ) белгестәре яһаған. Ғилми эш менән "Science Immunology" журналында танышырға мөмкин.
Аныҡлап әйткәндә, тикшереүҙәр үткәреү өсөн COVID-19 билдәләре бынан дүрт ай самаһы элек барлыҡҡа килгән: 343 пациенттан ҡан алғандар, уларҙың 93 процент самаһы коронавирус сиренең ауыр, госпитализация талап ителгән формаһын үткәргән.
Ғалимдар ҡан плазмаһында булған төрлө антиматдәләрҙең, йәғни SARS-CoV-2, һөжүменә ҡарата иммун системаһы эшләп сығарған аҡһымдарға вирустың сәнскәкле аҡһымы нисек тәьҫир итеүен тикшергән. Билдәле булыуынса, тап ошо “сәнскәк” ярҙамында патогендар күҙәнәктәргә инә.
Һөҙөмтәләрҙе әле пандемия башланғанға тиклем мең ярым кешенән алынған ҡан өлгөләре менән сағыштырғандар.
Унан инде түбәндәгеләр асыҡланған. Баҡһаң, иммунитеттың вирусҡа ҡарата тотороҡлолоғон билдәләгән IgG класлы антиматдәләр сирҙе ауыр формала үткәргән кешеләрҙә дүрт ай уҙғас та юғары кимәлдә ҡала. Вирусты нейтралләштергән антиматдәләрҙең әүҙемлеге был арауыҡта кәмемәй тиерлек. Шулай итеп, COVID-19 сиренең ауыр формаһын үткәргән кешеләр яңынан коронавирус йоҡтороу ихтималлығынан кәмендә дүрт ай самаһы ышаныслы һаҡланған була, ти ғалимдар.
Антиматдәләрҙең IgA һәм IgM төрҙәренә килгәндә (IgG-ға ҡарағанда тиҙерәк бүленеп сығалар), улар, уртаса алғанда, ике ай ярым йәки унан да аҙыраҡ ваҡыт эсендә организмдан юҡҡа сыға. Шуға күрә пациенттарҙың организмында тап ошо антиматдәләрҙең юғары концентрацияһы күҙәтелә икән, тимәк, кеше коронавирусты һуңғы ике ай эсендә йоҡторған.
Белгестәр, танау ҡыуышлығынан алынған ҡәҙимге полимераз селтәрле реакция тесты (ПЦР-тест) тиҙ арала һиҙгерлеген юғалтҡанға күрә, сир билдәләре оҙаҡ үтмәгән осраҡта, антиматдәләргә лә тест тапшырырға тәҡдим итә. Был коронавирус инфекцияһы йоҡторғандарҙы анығыраҡ асыҡларға ярҙам итер ине, ти ғалимдар.
Фото: rbk.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева