Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Октябрь 2020, 18:20

Юғары әҙерлек режимы көсәйтелә

Мәсетле районы хакимиәтендә район биләмәһенә COVID-19 инфекцияһы тыуҙырған коронавирус инфекцияһы инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү сараларын ойоштороуға бәйле сираттағы оператив штаб ултырышы үтте.

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, 13 октябргә ҡарата коронавирус менән ауырыуҙың 158 осрағы теркәлгән: 37-һе лабораторияла раҫланған (һуңғы аҙнала – 7), 125-е рентген аша асыҡланған, 134 кеше һауыҡҡан, 23-ө дауалана (4-е стационар дауалана), бер кеше вафат булған.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса, район биләмәһендә ауырыу осраҡтары арта барғанлыҡтан, ҡарар ҡабул ителде:
- 65 йәштән уҙған граждандарға иғтибар итергә, уларға битлек режимын һаҡлау, социаль арауыҡты күҙ уңында тотоу һәм үҙ-үҙеңде ҡурсалау тураһында аңлатыу эше алып барырға;
- учреждениеларҙа, ойошмаларҙа эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәү буйынса контролде көсәйтергә, эш биреүселәргә 65 йәштән уҙған хеҙмәткәрҙәренә ситтән тороп эшләргә кәңәш итергә;
- күп халыҡ ҡатнашлығы талап иткән ҙур мәҙәни сараларҙан баш тартырға;
- ауыл биләмәләре башлыҡтарына фельдшерҙар менән берлектә сирлеләргә амбулатор дауаланған ваҡытта табиптарҙың тәғәйенләүҙәрен аныҡ үтәүҙе аңлатыу эшен алып барырға;
- дөйөм ҡулланыу урындарында санитар эшкәртеү эшен дауам итергә;
- шәмбе, ауыл хужалығы йәрминкәһе көндәрендә, сауҙа объекттары, “күрше тауар” талаптарын үтәп, бер-берҙәренән биш метр арауыҡта торорға тейеш;
- һәр һатыу нөктәһенең һатыу-сыһында битлек, бирсәткә, дезинфекциялау сараһы булыуы мотлаҡ, ә һатып алыусы битлек кейергә һәм социаль арауыҡты һаҡларға тейеш;
- һәр шәмбе йәрминкә уҙған урында битлек һәм социаль арауыҡты һаҡлау талаптарын үтәү буйынса рейд уҙғарырға, һатыусыларға санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе боҙған һатып алыусыларҙы хеҙмәтләндермәҫкә тәҡдим итергә;
- район биләмәһендә ярыштарҙы, ҡатнашыусылар һанын сикләп, тамашасыһыҙ уҙғарырға.