Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Сентябрь 2020, 17:15

Коронавирус буйынса һуңғы мәғлүмәт

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, 21 сентябргә ҡарата Мәсетле районында коронавирус менән ауырыуҙың 142 осрағы теркәлгән: 19-ҙы лабораторияла раҫланған, 123-сө рентген аша асыҡланған.

119 кеше һауыҡҡан, 13 кеше амбулатор дауалана, Мәсәғүт госпиталендә 9 пациент дауа ала, бер кеше вафат булған.
Урындағы махсус госпиталдә пациенттар юҡ. Һуңғы ике аҙнала йоғошло пневмония менән ауырыусылар һаны артыуы күҙәтелә.
Коронавирус һәм йоғошло пневмония менән сирләүселәр балалар һәм уҡыусылар араһында юҡ. Киҫкен вируслы респиратор инфекция менән сирләүселәр һаны артыуы теркәлгән.