Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Сентябрь 2020, 11:10

Киҙеүгә ҡаршы прививка кампанияһы тураһында

Киҫкен респиратор инфекцияһы (ОРВИ) менән сирләүселәр һаны ғәҙәттә сентябрҙә арта. Республикала киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәрҙең эпидемик үҫеше декабрь-февраль айҙарында күҙәтелә.

Эпидемия осоронда ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙҙар һанының 50 проценты ошо сирҙәр менән бәйле. Киҙеү менән сирләгәндән һуң үҫешкән өҙлөгөүҙәр (йөрәк-ҡан тамырҙары, нерв, бронх-үпкә системаһына бәйле), хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүе оҙаҡ ваҡытҡа эшкә һәләтлелекте юғалтыуға, инвалидлыҡҡа, хатта үлемгә килтерә.
Киҙеүҙе профилактикалауҙың иң һөҙөмтәле һәм танылған ысулы булып вакцинация тора. Ул 50 процентҡа тиклем өҙлөгөүҙәр осрағын кәметә.
Үткән эпидемик осорҙа киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һанының үҫеше туғыҙ аҙна дауамында, 2020 йылдың 27 ғинуарынан 29 мартына тиклем теркәлгән. Был осорҙоң үҙенсәлеге – ололар араһында ауырыуҙар һанының эпидемик сиктән юғары булыуы. Ошо ваҡыт эсендә республикала 270 меңдән ашыу кеше йәки халыҡтың 6,7 проценты киҙеү һәм ОРВИ менән сирләгән. 175 мең бала ауырыған (балалар контингентының 22,2 проценты).
Үткән эпидемия түбән көсөргәнешле булараҡ баһаланды. Уны В һәм А (H1N1)2009 типтағы вирус тыуҙырҙы. Үҫеш әүҙемлеген түбәнәйтеүгә халыҡты киҙеүгә ҡаршы иммунизациялау булышлыҡ итте. Прививка ҡуйҙырыусылар һанын арттырыу өсөн вакцина һатып алыуға өҫтәмә средстволар йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барылды.
Прививкаларҙың милли календары буйынса 2020 йылда республикала киҙеүгә ҡаршы 1830000 доза вакцина һатып алыу ҡаралған. Был республика халҡының 45 процентына етә.
Федераль ҡаҙна иҫәбенә хәүеф аҫтында булған киләһе төркөмдәргә прививка яһала: балалар баҡсаһына йөрөүселәр; мәктәп уҡыусылары; белем биреү учреждениелары, медицина хеҙмәткәрҙәре; 60 йәштән өлкән кешеләр; студенттар; хәрби хеҙмәткә алыу йәшендәге үҫмерҙәр; башҡа бюджет өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәр. Әммә был Прививкаларҙың милли календарына индерелмәгән халыҡты эш биреүселәр средстволары иҫәбенә иммунитет булдырыу буйынса әүҙем эш ойоштороуҙы инҡар итмәй.
Вакцина составы йыл һайын Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдимдәренә ярашлы яңыртыла. Яҡын арала хәүеф төркөмөнә ингәндәргә, шулай уҡ йәшәү урыны буйынса медицина ойошмаларында барлыҡ теләүселәргә прививка эшләй башлаясаҡтар. Ул йыл һуңына тиклем дауам итәсәк.
Бынан тыш, Прививкаларҙың милли календарына инмәгән хеҙмәткәрҙәре булған ойошма етәкселәренә киҙеүгә ҡаршы вакцина һатып алыуға финанс средстволарҙы ваҡытында бүлергә һәм хеҙмәткәрҙәрҙең кәмендә 75 процентын йәлеп итеп вакцинация үткәрергә тәҡдим ителә.
В. Р. ПРИВАЛОВА,
Роспотребнадзор идаралығының территориаль бүлеге начальнигы урынбаҫары.