Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Сентябрь 2020, 18:30

Эскелек – замана фажиғәһе

Хәҙерге йәмғиәттә эскелек мәсьәләһе бик актуаль булып тора. Күптәргә билгеле – эскелек менән мауыҡҡан туғандар, яҡындар, таныштар һәм дуҫтарҙың карьераһы ғына емерелеп ҡалмай, ярайһы уҡ һаулыҡтары ла ҡаҡшай.

Оло Ыҡтамаҡ район үҙәк дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, Мәсетле районында алкоголизм менән сирләгән 236 кеше наркология бүлегендә иҫәптә тора, алты кеше – наркотик, дүрт кеше синтетик матдәләр ҡуллана. Шуларҙың 124-е ҡатын-ҡыҙ булһа, 112-һе ир-егет. Ағымдағы йылда иҫәптән 17 кеше төшөрөлгән: ете ҡатын-ҡыҙ, ун ир-егет.
Был насар ғәҙәт менән мауыҡҡандар нарколог-табиптарға үҙ аллы ауырыу менән көрәшә алмаған хәлдә – хроник фазала ғына мөрәжәғәт итә.
Адекват кешене уның теләгенән башҡа стационар дауалауға ебәреп булмай. Әгәр кеше тирә-яҡ өсөн хәүефле һәм психоз хәлендә булһа, уны ризалығынан тыш иҫәпкә ҡуйырға мөмкин. Бының өсөн табиптарҙан торған махсус комиссия ойошторолған (№3185, 1992 йылдың 2 июлендәге “Психиатрик ярҙам күрһәтеү һәм граждандар хоҡуҡтары гарантиялары тураһында“ғы Федераль закондың 29-сы статьяһы – “Иркенән тыш психиатрия дауаханаһына һалыу өсөн нигеҙҙәр”).
Алкоголь һәм наркомания сире ауыр дауалана торғандарҙан һанала. Уны медицина учреждениеларында үткәрелгән саралар комплексы ярҙамында, шулай уҡ туғандар һәм яҡындар терәге булған саҡта ғына уңышлы еңеп сығырға мөмкин. Ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙылмаһа, был сирҙән ҡотолоуы ауыр буласаҡ.
Наркологта иҫәптә торған кешене водитель таныҡлығынан мәхрүм итеүҙәре мөмкин, электрсы булып эшләргә рөхсәт ителмәй, янғын хәүефе ҙур булған, шартлатҡыс матдәләр менән бәйле һәм башҡа хәүефле эштәргә алмауҙары ихтимал.
Кәрәкле анализдарҙы тапшырып, дауалау курсы һәм махсус комиссия үткәндән һуң, нарколог пациенттың һауығыуына инанғас ҡына уны иҫәптән төшөрөү хаҡында белешмә бирә.