Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Август 2020, 19:00

Коронавирус менән сирләп һауығыусыларҙың ҡаны дауамы?

Белешмә17 авгусҡа ҡарата районда йоғошло вирус менән сирләүҙең 112 раҫланған осрағы теркәлгән. Шуның 15-е лабораторияла раҫланған, 97 осраҡта вируслы пневмония рентген аша асыҡланған, 84 кеше һауыҡҡан, 27 кеше дауалана, 1 кеше үлгән. Әлеге мәлдә урындағы провизор госпиталендә пациенттар юҡ. Яңы асыҡланған пациенттар Мәсәғүт инфекция госпиталенә ебәрелә. Онотмағыҙ: коронавирус беҙҙе әле һағалай, уны йоҡтороу хәүефе юғары ҡала. Роспотребнадзор кәңәштәрен үтәү бәләнән һаҡлап алып ҡаласаҡ.

Быйыл 6 майҙа COVID-19 менән сирләп һауыҡҡан донор-ҙан тәүге иммун плазмаһы әҙерләйҙәр. Республиканың ҡан ҡойоу станцияһы һәм Баш-ҡорт дәүләт университеты берлектә коронавирус менән сирләп һауыҡҡан донорҙар базаһы булдыра башлай.
Был вирустан вакцина әле әҙерләү стадияһында булғанда, уларҙың ҡан плазмаларын сирлеләргә ҡойоу коронавирус инфекцияһы менән ҡаты сирләгән ауыр хәлдәге пациенттарҙы дауалау өсөн һөҙөмтәле альтернатива булып тора.
Башҡортостан республикаһы Рәсәй Федерацияһында, Мәскәү һәм Свердловск өлкәһенән ҡала килә, COVID-19-ҙан һауыҡҡан донорҙан плазма әҙерләгән өсөнсө төбәк булды. Бөгөн беҙҙең республика ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләү күләме һәм ҡулланыу буйынса лидер булып тора.
Билдәле булыуынса, йоғошло сир кисергән кешенең организмы антиматдәләр эшләп сығара. Улар инфекцияны еңергә ярҙам итә лә инде. Был респиратор инфекцияны кисергән кешеләр унан иммунитет ала. Уларҙан алынған плазманың, ябай донорҙарҙыҡына ҡарағанда, был вирусҡа ҡаршы антиматдәләре күп һәм уны ҡаты сирлеләргә индереү ауыр хәлдә ҡотҡарыу мөмкинлеге бирә ала.
Республика ҡан ҡойоу станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов ошоға бәйле һорауҙар-ға яуап бирә.
– Сирләп һауыҡҡан кешеләрҙең ҡаны дауамы?
– Улай уҡ түгел. Коронавирус менән сирләп, уны еңгән кешеләрҙең организмы махсус антиматдәләр эшләп сығара. Әгәр уны ауыр сирлеләргә ҡойһаң, антиматдәләр вирусты “таный” һәм үлтерә башлай, шуның менән иммунитеты көсһөҙ пациенттарға көрәшергә ярҙам итә.
Был дауалауҙың бер төрө. Уның һөҙөмтәлелеген Ҡытай, Америка, Европа һәм Мәскәү табиптары дәлилләй. Ул ғына түгел, беҙҙә Башҡортостанда ла плазма ярҙамында ҡотҡарылып ҡалған кешеләр бар.
– Кем донор була ала?
– Сovid-19 менән сирләгән һәр кем донор була ала, тик һауығып бер ай ваҡыт үткәс кенә. Тап ошо ваҡытта ҡандағы антиматдәләр концентрацияһы иң ҙуры була.
Плазманы ҡабул итеү пункты – Өфө ҡалаһында: Шафиев урамы, 2-се йорт (“6-сы дауахана” туҡталышы). Унда бөтә буласаҡ донорҙарҙы табиптар тикшерә, ЭКГ, биохимия эшләй-ҙәр, терапевт ҡарап сыға. Әгәр барыһы ла яҡшы икән, шунда уҡ, күсмә ҡан әҙерләү станцияһы мобиль машинаһында һеҙҙән плазма аласаҡтар. Бар процедураға сәғәт ярым ваҡыт китә. Плазманы һәр ике аҙнанан һуң бер йыл дауамында тапшырырға мөмкин.
Ҡан алыуҙың икенсе нөктәһе оҙаҡламай Батыр урамы, 41/1-се йортта асыласаҡ (“4-се бала табыу йорто” туҡталышы). Шулай уҡ улар Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский ҡалаларында ла буласаҡ. Әгәр плазма етмәй башлаһа, республиканың баш-ҡа ҡалаларында ла асылыуы ихтимал.
– Был хәүефһеҙме?
– Ғәҙәттә, плазманы алғандан һуң ул бер нисә ай карантинда һаҡлана, һуңынан донор өҫтәмә тикшереүҙәр үтә. Бындай оҙайлы ысулға альтернатива бар – махсус ҡорамалда вирусты һәм башҡа патогендарҙы инактивациялау. Ул ҡорамал ҡиммәтле һәм бөтә төбәктәр ҙә уны ала алмай. Тик Башҡортостанда ул бар!
Бындай махсус “таҙартыу” бар вирустарҙы юҡҡа сығара. Әгәр кеше аҙағына тиклем дауаланып бөтмәгән йәки уның башҡа сирҙәре, хатта ВИЧ йәки гепатит бар икән, плазма барыбер абсолют таҙа һәм хәүеф-һеҙ була. Унан зарарланыу мөмкин түгел.
– Бәлки мин ауырыу билдәләре булмайынса сирләгәнмендер, ә минең плазмам кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡара ала. Быны нисек белергә?
– Мәскәүҙә тикшереү үткәргәндәр һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең – 30, ябай кешеләрҙең 10 процентында ҡандарында антиматдәләр бар. Был кешеләрҙең күпселеге үҙҙәренең сирләгәнен белмәй ҙә ҡалған, ә ҡандары ауыр сирлеләргә ярҙам итә ала.
Республика ҡан ҡойоу станцияһына антиматдәләрҙе асыҡлау өсөн реагенттар индерәләр. Донор булырға килгән һәр кемде тикшерәсәктәр. Был ябай донор булырға теләгәндәргә лә ҡағыла. Был бушлай эшләнә. Әгәр үҙегеҙ өсөн ҡыҙыҡһынаһығыҙ икән, башҡа медицина учреждениеларында – дәүләт йәки шәхси – тест эшләтә алаһығыҙ.
– “Ковид” донорҙарына нимә тейеш?
– Республика Башлығы указына ярашлы, яңы коронавирус инфекцияһынан һауыҡҡан кешеләр ҡан плазмаһын донор булараҡ биргән хәлдә, уларға өҫтәмә аҡса түләнәсәк. Уның күләме түбәндәгесә: 300 миллилитрҙан кәм булмаһа – 2500 һум, 450 миллилитр – 3750, 600 миллилитр – 5000 һум. Аҡсаны шул уҡ көндө түләйәсәктәр, паспорт һәм плазмағыҙҙы алғандар тигән белешмә генә күрһәтергә кәрәк. Йәшәгән ерегеҙ, башҡа түләү һәм пособиелар алыуығыҙ бер роль дә уйнамай.
Бынан тыш донорҙарға дөйөм нигеҙҙә льготалар ҙа тейеш: туҡланыу өсөн 489 һум түләнә, ҡан биргән көндө эшкә бармаҫҡа була һәм уңайлы көндө өҫтәмә ял алырға мөмкин. Әгәр плазманы шәмбе йәки эшләмәгән көндө тапшырһағыҙ, ике ял көнө биреләсәк.
– Ковидҡа ҡаршы плазманы кемдәр тапшыра алмай?
– Һәр кем ҡан доноры була алмаған кеүек, ковидҡа ҡаршы плазманы ла һәр кем тапшыра алмай. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең 40 процент самаһы электән үк донорлыҡҡа ҡаршы күрһәтмәләргә эйә ине, улар теге йәки был сир менән ауырый.
– Һеҙҙең станциянан плазмалар ҡайһы госпиталдәргә оҙатыла?
– Фәнни-тикшеренеү эштәре алып барыусы булараҡ, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһына. Һуңынан 8-се дауахана, Дим госпитале, Бәләбәй ҡушылды. Хәҙер бөтәһе лә тиерлек ҡуллана, бар ҙур дауаханалар беҙҙән ковидҡа ҡаршы плазма ала.
– Коронавирус менән сирләп һауыҡҡан кешеләр станцияға башҡа донорҙар кеүек киләме? Улар тирә-яҡтағылар өсөн хәүефле түгелме?
– Беҙ килеүселәр ағымын бүлдек. Тәүге ҡатта махсус ике кабинет булдырҙыҡ. Унда плазма алған кәрәкле аппаратураны төшөрҙөк. Айырым эш урындары булдырҙыҡ. Дезинфекциялау саралары менән эшкәртеүҙе көсәйттек, бинаны йышыраҡ елләтәбеҙ. Ысынбарлыҡта, ковид менән сирләп һауыҡҡандар – улар сәләмәт кешеләр. Шуға күрә башҡа донорҙар менән бергә инә ала. Әммә һуңынан беҙҙе сир йоҡтороуҙа ғәйепләмәһендәр өсөн, килеүселәр ағымын бүлдек. Ә ысынбарлыҡта иһә, сирләп һауыҡҡан кешеләр сәләмәт: беҙҙең менән йәнәш урамда, транспортта, магазиндарҙа йөрөйҙәр. Ә дөйөм алғанда, ике тапҡыр тапшырған анализ вирустың булмауын күрһәтһә, вирус организмдан бүленеүҙән туҡтай, әммә беҙ сирле һауығып сыҡҡандан һуң тағы ла ике аҙна көтәбеҙ. Ә ике аҙнанан вирус бүленмәй – сир йоҡтороу хәүефе юҡ.
– Ковидҡа ҡаршы плазма нисек эшләй, ул коронавирус йоҡторғандарға ысынлап та ярҙам итәме?
– Беҙ ыңғай һөҙөмтә күрәбеҙ. Хәл бик тиҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрә: бер-ике сәғәттән түгел, әлбиттә, ә бер тәүлектән, иң оҙағы ике тәүлектән. Шуға күрә беҙ айырым критерийҙар уйлап тапҡанбыҙ: нисек ҡойорға, күпме, ниндәй дозала, ниндәй антиматдәләр менән? Бар фәнни донъя хәҙер шуның менән шөғөлләнә. Беҙ сирленең клиник-лаборатория күрһәткестәре яҡшырыуын күрәбеҙ: ҡандың биохимик өлөшө яҡшыра, компьютер томографияһында үпкәнең зарарланған зоналары кәмеүен күрәбеҙ, ҡайһы берҙәрҙе хатта яһалма тын алдырыу аппаратынан алдыҡ – был етди күрһәткестәр һәм улар бер-ике тәүлек эсендә ирешелә.
– Ә ябай донорҙар менән нисек? Һеҙ уларҙы коронавирусҡа тикшерәһегеҙме?
– Беҙгә ингән урында тән температураһы үлсәнә, дезинфекция саралары менән эшкәртелә. Битлек режимы һаҡлана. Ярты сәғәт һайын дезинфекциялау саралары менән эшкәртәбеҙ. Беҙҙең донорҙар – сәләмәт кешеләр. Уларҙың сирләмәүен раҫлап тороу кәрәкмәй. Беҙҙең докторҙар – профессионалдар: улар донорҙар-ҙы яҡшылап ҡарай. Донорҙар-ҙың ҡанын өҫтәмә тикшермәйбеҙ.
– Ковидҡа ҡаршы плазма тапшырыусылар араһында ҡайһы ҡан төркөмө йөрөтөүселәр күберәк?
– Донорҙарҙың 36 проценты икенсе төркөмгә тура килә, 30% – беренсе төркөмгә.
Плазма тапшырыу өсөн Республика ҡан ҡойоу станцияһына һәм уның филиалдарына килергә кәрәк. Адрестар, эш графигы, бар көнүҙәк мәғлүмәт учреждениеның http://rspkrb.ru рәсми сайтында бар.