Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Август 2020, 17:50

Дауахананан тыш пневмония тураһында

Нимә ул дауахананан тыш пневмония һәм ул коронавирустан нимәһе менән айырыла? Был сирҙең таралыуы пандемия арҡаһында кешеләрҙең иммунитеты ҡаҡшауы, шулай уҡ тикшерелеүселәр һаны арта барыуы менән бәйле булыуы дөрөҫмө? Ошо һәм баш-ҡа көнүҙәк һорауҙарға Баш-ҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш инфекционисы Айгөл Ғәлиева яуап бирҙе.

– Пневмония ниндәй төр-ҙә була? Уның классификациялары күп икән. Уларҙы нисек айырырға?
– Эйе, ысынлап та пневмония күкрәк ситлеге органдары сирҙәренең ҙур төркөмө. Пневмония тигән төшөнсә нимәне аңлата? Ул үпкәләр ялҡынһыныуы һәм төрлө бактерияларҙың ошо сиргә килтереүе ихтимал. 50 процент осраҡта бактериаль пневмония ауырыуҙы ҡуҙғытыусы сирен үтәй. Бынан тыш, хламидия, микоплазма кеүек бактериялар төркөмө лә сирҙең сәбәбе булыуы ихтимал.
– Нимәнән ҡурҡырға кәрәк?
– Ниндәй генә пневмония булмаһын, ул – беҙҙең организмды кислород менән байытҡан мөһим органдың етди ялҡынһыныуы. Үпкә – иң бысраҡ орган, сөнки беҙ тын алған бөтә нәмә шуның аша үтә. Беҙ халыҡҡа аллергендар ныҡ тәьҫир итеүен беләбеҙ. Был кешеләрҙең бик тиҙ үпкә сире менән ауырыуына булышлыҡ итә. Халыҡтың бөтә төркөмө, йәғни сабыйҙан башлап оло кешеләргә тиклем ошо ауырыуға юлыға ала.
Бигерәк тә өлкәндәр хәүеф төркөмөнә инә. Оло туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Шәкәр диабеты, үпкә ауырыуы һәм баш-ҡа сирҙәре булғандар ҙа сәләмәтлеген хәстәрләргә тейеш. Улар өсөн вакцинация кеүек һаҡланыу сараһы бар. Пневмонияны төп ҡуҙғытыусылар –пневмококтар. Был бактериялар йыш ҡына тын юлында була. Кеше өшөһә, иммунитеты ҡаҡшаһа, стресс хәлендә булһа, был ҡуҙғытыусылар үҙҙәрен күрһәтә башлай. Хәҙер вакцина эшләү этабы планлаштырыла. Иң тәүҙә хәүеф төркөмөнә инеүселәргә эшләнә.
Үҙем менән булған осраҡ. Бер нисә йыл элек миңә пневмония диагнозын ҡуйҙылар. Ысынлап та ныҡ сирләнем. Дуҫым шылтыратып хәлемде белеште лә, уға пневмония менән ауырыуымды әйттем. Ул, көлә-көлә, биш төрлө пневмония үткәреүе тураһында һөйләне. Шулай ҙа буламы икән? Был иммунитет менән бәйле. Генетик бирешеүсәнлек тә бар. Бындай кешеләр үҙ ғүмерендә бер нисә тапҡыр ошо мәкерле сир менән сирләй ала. Улар –хәүеф төркөмөндә. Бындай осраҡҡа юлыҡмаҫ өсөн вакцина алабыҙ, сынығабыҙ, дөрөҫ тын алыу гимнастикаһын эшләйбеҙ.
– Беҙҙә вакцина ҡуйыу ҡасан башлана?
– Грипп менән ауырыу миҙгеле башланыр алдынан, йәғни август-сентябрҙә башлана. Һәммәгеҙҙе лә вакцина ҡуйыу мөмкинлектәрен ҡа- рарға саҡырабыҙ. Үҙ участка табиптарығыҙҙан асыҡлағыҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙға ла мотлаҡ тәҡдим итегеҙ.
– “Роспотребнадзор”ҙың дауахананан тыш пневмония таралыуға бәйле борсолоуы сер түгел. Һанаулы ғына ваҡыт эсендә был диагноз 1700 пациентҡа ҡуйылды. Был нимә менән аңлатыла?
– Эйе, 11 марттан Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһын иғлан итте. Был вирустың бөтөнләй яңы формаһы. Күп кенә эксперттар фекеренсә, ул пневмония түгел, ә пневмонит. Ул компьютер томографияһында үпкәләге ҡара тап кеүек үҙгәрештәр барлыҡҡа килтерә. Ошоға бәйле табип пневмония диагнозын ҡуя. Пневмонияның коронавирус фонында башланыуына шикләнгән осраҡта күкрәк ситлегенә рентгенография, компьютер томографияһы (артабан – КТ) үтергә тәҡдим ителә. Йыш ҡына үпкәләге ҡара таптың төрлө интенсивлыҡта булыуы асыҡлана һәм пневмония диагнозы ҡуйыла. Элек бындай тикшереүҙәр эшләмәнек, ә хәҙер бөтә ауырыу-ҙар ҙа тиерлек КТ-һүрәттәр менән килә. Үпкәләге үҙгәрештәр 25% булып, башҡа төрлө фондағы сирҙәр күҙәтелмәһә, пациент амбулатор дауалана. Әгәр ҙә сирле 65 йәштән оло булып, башҡа хроник сирҙәр менән яфаланһа, стационар күҙәтеү тәғәйенләнә. Вируслы пневмония ваҡытында антибактериаль терапия кәрәкмәүе лә ихтимал. Ә инде вирустарға бактериялар ҡушылһа, антибиотиктар тәғәйенләнә.
– Йәғни дауахананан тыш пневмонияны һәр ваҡыт COVID-19 тип әйтеп булмай?
– Эйе, шулай. Сөнки, COVID-19-ҙан тыш башҡа ҡуҙғытыусылар ҙа бихисап.
– Шулай ҙа COVID-19 диагнозы раҫланһа, нимә эшләргә?
– Хәҙер коронавирус инфекцияһын дауалау схемаһы булдырылған. Кемделер амбулатор дауалайҙар, икенселәрен дауаханаға һалалар. Ҡабатлап әйтәм, оло йәштәгеләр һәм хроник сирлеләр хәүеф төркөмөндә. Улар өйҙә ултырырға тейеш, урамға сыҡҡанда мотлаҡ битлек һәм бирсәткәлә йөрөргә, ҡулдарҙы антисептик менән эшкәртергә кәрәк.
Шуны ла онотмағыҙ: балалар сирҙе таратыусы булыуы ихтимал һәм өйҙә ултырған ололарға инфекция йоҡтороу-ҙары бар. Шуға күрә, социаль араны күҙәтеү, һаҡлағыс битлек кейеү, ҡулдарҙы даими йыуыу, антисептик менән эшкәртеү кеүек профилактик сараларҙы үтәү фарыз. Сауҙа йорттарында бирсәткә кейеү мотлаҡ.
Эксперттар әлегә вирусҡа ҡаршы дарыуҙар тәҡдим итмәй. Коронавирустан вакцина һуңғы һынауҙарҙы үтә, тигән мәғлүмәт бар. Уның һөҙөмтәһе булыр, тип ышанабыҙ. Вакцинаның коронавирустан һаҡлау оҙайлылығын ваҡыт күрһәтер.
Сергей ЗАХАРОВ.
(ДТРК материалынан алынды).