Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Июль 2020, 11:15

Сирлеләр һанын кәметергә мөмкин

Республика ҡурсаланыу режимынан сығыуҙың икенсе этабына етеп килә. Был турала Башҡортостан Республикаһының Роспотребнадзор идаралығы хәбәр итә.

“Рәсәй” медицина үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында табиптар, күҙәтеү һәм профилле ведомстволар вәкилдәре республикалағы коронавирус менән бәйле хәл тураһында һөйләнеләр. Улар фекеренсә, көҙгә инфекция менән ауырыусылар һаны кәмей ала. Тик бының өсөн төбәктәрҙә йәшәгән кешеләр һаҡланыу сараларын онотмаҫҡа, күп халыҡ булған ерҙә битлектәр кейергә тейеш.
Битлектәр беҙҙең тормошобоҙға ныҡлап инде. Беренсе сиратта ул – һалҡын алдырғандар өсөн башҡаларға сир йоҡтормау сараһы. Ә сәләмәт кешеләргә инфекцияны йоҡтормау маҡсатында кейеү кәрәк.
Был ҡағиҙәләр барыһы өсөн дә аңлайышлы һымаҡ. Магазиндар һәм учреждениелар ҡуйылған талаптарҙы үтәп, битлекһеҙ килгәндәрҙе ҡабул итмәһәләр ҙә, ҡайһы берәүҙәр уларҙы яраҡһыҙ әйбер, инфекциянан улар ҡотҡармай тип иҫәпләй, улар яңылыша. Бындай һаҡланыу сараһын уңайһыҙ тип иҫәпләгән кешеләр ҙә бар. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү, ғүмерҙе һаҡлап алып ҡала, тип иҫәпләй йоғошло сирҙәрҙе дауалаусы табиптар. Бирсәткә кейеү, антисептиктар ҡулланыу, социаль ара һаҡлау ҙа коронавирус инфекцияһынан һаҡланырға ярҙам итә.
Яңы инфекцияны уйламаған ерҙән йоҡторорға мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр. Йәмәғәт транспорты, парктар, хатта эш урынында ла хәүеф янай.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов әйтеүенсә, Мәсетле районында коронавирус инфекцияһының ныҡлап таралыуы күҙәтелә. Ауырыусылар һаны көндән-көн арта.
Медицина хеҙмәткәрҙәре бар көстәрен һалып эшләй. Вирус йоҡторған кешеләрҙең күбәйеүе медицина хеҙмәткәрҙәренә ихтыяж тыуҙыра, табиптар етешмәй.
Булат Әснәф улы район халҡын һәм килгән ҡунаҡтарҙы һаҡланыу сараларын күрергә, күмәкләп йыйылмаҫҡа саҡыра.
Районда 27 июлгә ҡарата 97 кешелә COVID-19 инфекцияһы раҫланған, шуларҙың 15-е лаборатор раҫланған, 82 осраҡта йоғошло пневмонияны рентген раҫлаған, 45 кеше һауыҡҡан, 51 – дауалана, 1 – үлгән. Провизорлы госпиталдә, 16 сирле дауалана, шуларҙың 5-е кислород маскаһы аҫтында.