Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Июль 2020, 17:00

Районда хәл

Оператив штаб ултырышы барышында район үҙәк дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов Мәсетле районында коронавирус инфекцияһы хаҡында мәғлүмәт бирҙе. 16 июлгә ҡарата COVID-19 менән 82 кешенең зарарланыуы теркәлгән. 15 осраҡта инфекция лаборатория диагностикаһы ярҙамында раҫланған, 67 кешелә вируслы пневмония рентген аша раҫланған. 36 кеше һауыҡҡан, 45-е дауалана, бер кеше үлгән.

Әлеге мәлдә госпиталдә 25 кеше дауалана, шуларҙың алтыһы кислород маскаһы аҫтында ята.
– COVID-19 инфекцияһы ныҡлап таралғанлыҡтан, Оло Ыҡтамаҡ госпиталендә ковид ауырыуҙар өсөн койка-урындар һаны (бөтәһе 28) 10 резерв урынға арттырылды. Граждандар ябай ғына санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәмәһә, был урындарҙың оҙаҡламай етмәүе лә ихтимал, – ти Булат Әснәф улы. – Был, тәүге сиратта битлек кейеп йөрөү режимын, социаль аралыҡты күҙ уңында тотоу, һаҡланыу буйынса тәҡдимдәрҙе үтәү. Оло йәштәгеләргә үҙ-үҙеңде ҡурсалау мотлаҡ.
Ауырыуҙар һаны күбәйгәнлектән, медицина хеҙмәткәрҙәренә лә ихтыяж арта. Дауаханаға ике терапевт-табиб, биш шәфҡәт туташы, өс санитар-дезинфектор талап ителә. Эшкә урынлашырға теләүселәр 2-03-74 телефон һаны буйынса Оло Ыҡтамаҡ үҙәк дауаханаһының ҡабул итеү бүлегенә, 2-03-27 телефоны буйынса Мәсетле районының халыҡ мәшғүллеге бүлегенә мөрәжәғәт итә ала.
Яҡшы хәбәрҙәр ҙә бар. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында: яңы флюорография аппараты ҡайтарылды. Был медицина хеҙмәткәрҙәре һәм район халҡы өсөн дә күптән көтөлгән ваҡиға. Иҫке аппарат йыш ватыла, йүнәтергә ваҡыт талап итә. Ниһайәт, был мәсьәлә хәл ителде.
Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетев әйтеүе буйынса, яңы һанлы флю-орография аппаратының флю-орографик һүрәтте диагностикалау сифаты юғары һәм нурланыу дозаһын минималь күләмдә тәьмин итә, туберкулезды иртә асыҡлауҙа күкрәк ситлегенең рентген һүрәтен тура һәм ҡабырға проекцияһында ҡарау, онкологик һәм бүтән төр үпкә ауырыуҙарын асыҡлау, беренсе тикшереү барышында алдан диагноз ҡуйыу мөмкинселеген бирә. Рентген һүрәтен теркәү өсөн яҫы панелле детектор ҡулланыла, был иһә юғары сифатлы һүрәт алырға мөмкинлек бирә.
Үткәреү һәләтенә килгәндә, сәғәтенә 60 кеше тикшереү үтә ала һәм шуныһы уңайлы: каталкала, ҡабырғала ятҡан ауырыуҙарҙы тикшереү мөмкин. Был аппарат менән эшләү өсөн дауахананың дүрт рентген-лаборанты уҡып ҡайтты.
Флюорография аппараты ҡулланыуға ингән, диспансерлаштырыу эше көйләнеү менән халыҡтың тикшерелеү мөмкинлеге буласаҡ.