Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Июнь 2020, 12:30

Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн байрам

26 июндә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары уҙҙы. Өфөлә, мәҫәлән, республиканың төрлө мөйөштәренән медицина хеҙмәткәрҙәре парадта сафҡа теҙелешеп уҙҙы. Улар Зәки Вәлиди урамы буйлап “Торатау” конгресс-холына тиклем барҙы. Тантана барышында бар санитар-эпидемиологик талаптар үтәлде.

Медицина хеҙмәткәрҙәре парадында Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Булат Сәйетов та ҡатнашты.
Был көндө үҙебеҙҙә иһә Мәсетле районы һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, һөнәри оҫталыҡ һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре эштәренә лайыҡлы баһа алды. Үҙәк район дауаханаһы майҙансығында йыйылған аҡ халатлылар өсөн байрам тантанаһы матур үтте. Сараның рәсми өлөшөндә район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин медицина хеҙмәткәрҙәренә почет грамоталары тапшырҙы һәм тынғыһыҙ хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Артабан район Мәҙәниәт һарайы артистары матур концерт номерҙары ҡуйҙы.