Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Июнь 2020, 13:00

Уның ҡулында – балалар һаулығы

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Әлфиә Буранҡаева бына инде 34 йыл балалар һаулығы һағында тора.

Өлкән кешенән айырмалы рәүештә, бала үҙенең ҡайһы ере ауыртҡанын аңлатып бирә алмай. Шуға күрә балалар табибының эше икеләтә ауырыраҡ, сөнки ул ауырыу билдәләрен күреп, тейешле нәтижә яһап ҡына ҡалмайынса, баланы аңлай ҙа белергә тейеш. Был һыҙат Әлфиә Рәмзи ҡыҙына ла хас. Уға уҡыу йортонда алған төплө белеме, тырышлығы, һәр эште еренә еткереп башҡарырға тырышыуы эшендә ныҡ ярҙам итә.
Әлфиә Буранҡаеваның ғаиләһендә табиптар юҡ: әсәһе ғүмер буйы балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләй, атаһы – колхозда иҡтисадсы. Тик ата-әсәһенең дуҫтары– тәжрибәле һәм хөрмәтле табиптар Роза Уразаева, Галина һәм Дамир Дилмөхәмәтовтар менән йыш осрашырға тура килә. Күрәһең, уларҙың өлгөһө һөнәр һайлауға булышлыҡ итә лә.
Медицина училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, ул Башҡорт дәүләт медицина институтының педиатрия факультетына уҡырға инә. Әлфиә Рәмзиевна әйтеүенсә, башҡа йүнәлештәрҙе ҡарап та тормай, сөнки ул әсәһенең нисек итеп балалар менән эшләүен йыш күрә һәм уға был оҡшай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылда Хәйбулла үҙәк район дауаханаһында башлай. Артабан Оло Ыҡтамаҡ ҮРД-һында хеҙмәт итә. 2005 йылдан Мәсетле балалар менән ата-әсәләр шифаханаһында эшләй.
– Беҙҙең эштә иң мөһиме – балаларҙы һәм эшеңде яратыу, – ти ул. –Ул саҡта ғына табип төп миссияһын үтәй – балаларҙың һаулығын һаҡлап ҡала ала.
Коронавирус пандемияһы балалар шифаханаһын да урап үтмәгән. Бөгөн хеҙмәткәрҙәр ғәҙәти булмаған режимда –вахта ысулы менән эшләй. Тәүге вахта 8 июндә ял итеүселәрҙе ҡаршы алды. Ике аҙна дауамында улар шифахана территорияһынан сығырға тейеш түгел.
– Бөгөн шифаханала республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарынан медицина хеҙмәткәрҙәре балалары менән ял итә. Улар яҡшы сифатлы дауалау курсы ала, ашатыу юғары кимәлдә ойошторолған. Мәҙәни һәм спорт саралары, тематик уйындар үткәрелә. Дауалау графигы кеше йыйылып көтөп тормаһын өсөн 9-ҙан 19 сәғәткә тиклем һуҙыла. Ял итеүселәрҙең көнөнә ике тапҡыр температураһы үлсәнә. Бөтә хәүеф-һеҙлек саралары күҙәтелә: битлектәр ҡулланыла, ашханала өҫтәлдәр араһында тейешле дистанция һаҡлана, – тип һөйләй педиатр.
Әлфиә Рәмзи ҡыҙы күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн күп һанлы рәхмәт хаттары һәм маҡтау ҡағыҙҙары, “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән бүләкләнгән.