Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Июнь 2020, 12:00

Һөнәрҙәренә тоғро ҡалалар

Ошо көндәрҙә – медицина хеҙмәткәрҙәре байрамы алдынан – Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы медиктарының беренсе бригадаһы коронавирус инфекцияһы йоҡҡан пациенттар өсөн үҙгәртеп ҡоролған махсус госпиталдә вахтаһын тамамланы. Ете хеҙмәткәр унда 23 көн буйы эшләне.

Госпиталдең өлкән шәфҡәт туташы Рузана Терентьева ундағы эш үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Ул пациенттарҙы дауалаған һәм ошо осорҙа бинала йәшәргә ҡалған медицина хеҙмәткәрҙе менән ситтән тороп эшләгән, даими бәйләнеш тотҡан һәм уларҙы дәртләндереп торған.
– Госпиталгә эшкә саҡыр-ғас, яҡындарым ҡаршы булһа ла, мин бер минутҡа ла шикләнеп торманым, – ти Рузана Рәүиз ҡыҙы. – Госпиталдә эшләйәсәк потенциаль хеҙмәт- кәрҙәр исемлеге ваҡытында төҙөлдө. Беренсе бригадала терапевт Азат Радмир улы Ғафаров етәкселек итте. Персонал өс сменала эшләне. Медсестралар Наталья Жильцова, Эльза Нәбиуллина, Әлфинә Ханова, дезинфектор Айгөл Ғиззәтуллина, санитаркалар Рәйсә Зиннурова һәм Зилә Ғиниәтуллина һөнәр-ҙәренә тоғро ҡалдылар – һис икеләнмәй сирлеләргә ярҙамға килделәр. Хеҙмәткәрҙәр ике аҙна дауамында теорияны уҡыны һәм алған белемдәрен тәжрибәлә ҡулланды. Космонав- тарҙан бер ҙә кәм булманы уларҙың уҡыу ваҡытындағы күнекмәләре – шәхси һаҡланыу саралары кейеүгә айырыу-са ҙур иғтибар бүленде.
– Беҙҙе кисектергеһеҙ осраҡ килеп тыуа ҡалһа, ниндәй ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан саҡыртыуҙары ихтимал булыуы тураһында иҫкәрттеләр, шуға күрә хеҙмәткәрҙәр бер ҡайҙа ла китмәне. Шулай килеп сыҡты ла. Шәмбе, 23 май, ине. COVID-19 йоғоп сирләп киткән пациент асыҡланыу менән бер сәғәт эсендә госпиталгә килергә тигән бойороҡ алынды. Һәр беребеҙ үҙ эше менән булыуға ҡарамаҫтан, бригада госпиталгә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә килеп етте. Иң кәрәкле әйберҙәребеҙ һәр ваҡыт ҡул аҫтында ине, – тип һөйләй Рузана Рәүиз ҡыҙы.
Был ҡатмарлы шарттарҙа эшләүҙең тәүге тәжрибәһе. Медицина персоналына яңы йәшәү рәүешенә өйрәнеп китеү еңел бирелмәй. Чумаға ҡаршы костюм, респиратор өҫтөнән битлек, күҙлек, ике ҡат бирсәткә. Ә иң ҡыйыны – ошо кейемдә дүрт сәғәт буйы эшләү. Костюмда бик эҫе, күҙлек шунда уҡ тирләй, уның аша нимәнелер күреүе бик ҡыйын.
Организмға ла яңы шарт- тарға күнегеп китеү еңел бирелмәй. Бинаны даими дезинфекциялап тороу, кварц менән ентекләп таҙартыу, һаҡланыу сараларын барлыҡ талаптарҙы үтәп тейешенсә кейеү һәм сисеү.
– Әммә бригада тиҙ күнегеп китте. Ҡыҙҙар барыһы ла позитив булып сыҡты, шаярышып та алалар. Мин хатта улар-ҙан: “Һеҙҙе һайлап алдылармы әллә?” – тип һорап ҡуйҙым. Беҙ – баш табип Булат Әснәф улы етәкселегендәге Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының бар коллективы – пациенттар өсөн бик борсолабыҙ. Тәүге пациентыбыҙ үҙенсәлекле булды. Ул бик ауыр хәлдә килеп инде госпиталгә. Беҙ уны һауыҡтырыу өсөн барыһын да эшләнек. Персонал уны ауыр минуттарында дәртләндерергә тырышты. Ул бөтөнләй ашарға теләмәгән ваҡыттарҙа балалары хаҡына ризыҡтан баш тартмауын һораныҡ. Беҙҙең тырышлыҡ бушҡа булманы – ул тулыһынса һауыҡты.
Статистикаға килгәндә, ошо ваҡыт эсендә ике пациент дауаханан сыҡты, әле 11 кеше дауа ала. Башлыса 60 йәштән өлкәндәр. Етәүһенән коронавирусҡа анализ алынды, анализ вирустың булмауын күрһәтһә, был пациенттарҙы сығарыуға әҙерләйәсәкбеҙ.
Тағы ла шуны билдәләү мөһим: госпиталде әҙерләгәндә бер-нисә район эшҡыуары бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.
Хөрмәтле коллегалар! Инфекцион госпиталдең беренсе бригадаһы коллективы – Азат Радмир улы Ғафаров, Наталья Жильцова, Эльза Нәбиуллина, Әлфинә Ханова, Айгөл Ғиззәтуллина, Рәйсә Зиннурова һәм Зилә Ғиниәтуллина!
Һеҙҙе һөнәри байрамыбыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым! Ошо ауыр көндәрҙә пациенттар һаулығы һағында тороп, ҡурсаланыуға ебәрелгән хеҙмәткәрҙәргә, бөгөн алғы һыҙатта тороусыларға һәм уларҙың яҡындарына рәхмәт белдерәм. Бөгөнгө байрам көнөндә барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм техник персоналға артабан эштәренең еңел булыуын, сирлеләрҙең генә түгел, үҙҙәренең дә сәләмәтлектәре тураһында хәстәрлек күреүҙәрен, хөрмәт һәм абруй яулауҙарын һәм, әлбиттә, яҡшы ял теләйем. Бирешмәй, фиҙаҡәр хеҙмәт иткәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Дөйөм тырышлыҡ менән беҙ был ябай булмаған осорҙа еңеп сығасаҡбыҙ. Байрам менән!
Изге теләктәр менән Рузана Рәүиз ҡыҙы Терентьева.