Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Июнь 2020, 11:00

Хөрмәтле һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!Һеҙҙең һөнәр вәкилдәре үҙҙәрен кеше сәләмәтлеге өсөн изге хеҙмәткә бағышлаған өсөн һәр ваҡыт хөрмәтле һәм абруйлы булды. Был ябай булмаған ваҡытта медицина хеҙмәткәрҙәре роле айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн һеҙ күҙгә күренмәгән аяуһыҙ дошман менән ҡыйыу көрәшәһегеҙ. Мәсетлеләрҙең сәләмәтлеге һәм ғүмере һеҙҙең квалификацияға, һөнәргә тоғролоҡҡа, күңел йылыһы өләшә белеүегеҙгә һәм кеше именлеге хаҡына эшләргә әҙер булыуығыҙға бәйле. Ошо һөнәри байрамығыҙ уңайынан беҙҙең ихлас рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе ҡабул итегеҙ. Һөнәри оҫталығығыҙ, иғтибарлығығыҙ, һайлаған юлығыҙға тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, изге хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!Район Советы һәм хакимиәте.

Ҡотлайбыҙ!
Мәсетле районында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, профессиональ оҫталыҡтары, күп йыллыҡ хеҙмәттәре өсөн һәм Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Мәсетле районы хакимиәтенең почет грамоталары менән бүләкләнделәр:
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы баш табибының медицина эштәре буйынса урынбаҫары Анастасия Нәғим ҡыҙы Бәҙәмшина;
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлексәһе медсестраһы Гүзәл Рәмил ҡыҙы Ғимазетдинова;
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының яраларҙы бәйләү бүлмәһе медсестраһы Наталья Петровна Жильцова;
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы участка медсестраһы Эльза Рифат ҡыҙы Нәбиуллина;
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының массаж бүлмәһе медсестраһы Гөлнара Фәрҙиән ҡыҙы Собханғолова;
Мәсетле ата-әсәләр менән балалар өсөн шифаханаһы медсестраһы Ира Йәнсур ҡыҙы Хәйүмова.
Рәхмәт белдерелде:
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы участка терапевы Эльмира Илдус ҡыҙы Фазлыеваға;
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының рентген бүлмәһе лаборанты Руслан Ратмир улы Хәкимовҡа;
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһының физиотерапия буйынса медсес-траһы Венера Илгиз ҡыҙы Хисаметдиноваға.