Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Май 2020, 13:00

Тотҡаға ҡағылмай ишекте асырға мөмкин

Пластик һәм тутыҡмай торған ҡоростан яһалған әйберҙәр коронавирус таратыусыларҙың иң хәүефлеләр иҫәбенә инә. Ғалимдар әйтеүенсә, уларҙа COVID-19 биш тәүлеккә тиклем һаҡлана.

Көнкүрештә иһә сирҙең ябай ишек тотҡаһынан йоғоуы ла ихтимал. Тотҡаһына ҡағылмай ғына ишекте нисек асырға һуң? Бөгөн коронавирус кешелеккә яңы бурыстар ҡуя. Сирҙе йоҡтороу хәүефен кәметеү маҡсатынба, белгестәр салфеткалар ҡулланырға тәҡдим итә. Ә “УралЭнергоРесурс” компанияһы икенсе юлды һайлаған. Әлегә тиклем ул ҡорамалдар етештергән. Хәҙер эшҡыуарҙар коронавирусҡа ҡаршы махсус металл ҡулайламалар уйлап тапҡан. Улар ярҙамында тотҡаға ҡағылмай ишекте асырға була. Механизмды ишеккә ҡуйыу ҡыйын түгел. Медицина учреждениеларында вирусҡа ҡаршы тотҡаларҙы һынай башлағандар.

Пандемия иғлан ителгәндән алып предприятиела биш мең контактһыҙ ишек тотҡаһы етештерелгән, шуларҙың 500-ө Башҡортостандың медицина ойошмаларына тапшырылған. Табиптар ҡулайламаны хуплай, тотҡаларҙы пандемия үткәс тә һүтмәҫкә ниәтләй.

– Яңы эшмәкәрлек төрө бизнесҡа бәйле түгел – үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙе коронавирус йоҡтороуҙан һаҡларға теләгәйнек, – ти “УралЭнергоРесурс”тың коммерция директоры Александр Норин. – Был беҙҙең ҡаҙаныш түгел, бындай ҡулайламалар Белоруссияла, Европала бар. Уны үҙебеҙҙә эшләп, һынап ҡараныҡ. Хәҙер санитария хәүефһеҙлеге йәһәтенән өҫтәмә сара булараҡ ойошмаларға бүләк итәбеҙ.