Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Май 2020, 13:58

Мәсетле районында короновирус йоҡтороуҙың дүрт осрағы теркәлгән

Май байрамдарынан һуң районда пневмония менән сирләүселәр һанының артыуы күҙәтелә.

Шуға күрә инфекция йоҡтороу хәүефе лә юғары. Вафат булыусылар бар. Ауылдарға ата-әсәләренә һәм туғандарына Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан һәм төбәктәренән ҡайтҡан балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары, үҙҙәре лә белмәйенсә, беҙҙең районға вирус килтергән.
Оло Ыҡтамаҡ ҮРД-һы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә әлеге вирус менән сирләүҙең рентген менән раҫланған 4 осрағы бар, бер кеше вафат булған. Сирләп китеүселәр менән бәйләнештә булған 39 кеше – медицина хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында.
Коронавирустың инкубацион осоро уны таратыусы менән бәйләнешкә ингәндән һуң 14-21 көн дауам итә. Шуға күрә ситтән килгәндәр менән бәйләнештә булған граждандар ҡәтғи рәүештә үҙизоляция режимын, хәүефһеҙлектең элементар ҡағиҙәләрен үтәргә, дисциплиналы булырға, шулай уҡ туғандарын һәм яҡындарын, бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеп йәшәгән ауылдаштарын хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа тейеш.
Хөрмәтле Мәсетле районы халҡы!
Һеҙҙе үҙизоляция режимын боҙмаҫҡа, 1,5 метр булған социаль арауыҡты мотлаҡ үтәргә, битлектә йөрөргә, ә йәмәғәт урындарында, транспортта һәм таксила бирсәткәләр ҡулланырға саҡырабыҙ. Тынысланырға әле иртәрәк, сир йоҡтороу хәүефе юғары. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!