«Вектор» вирусология һәм биотехнология буйынса дәүләт ғилми үҙәге коронавирустан вакцина прототибын уйлап табып, 16 мартта уны һынау үткәрергә тотонған. Вакцина быйыл көҙгә генә әҙер буласаҡ. Яңы препараттың һөҙөмтәлелеген белеү, тейешле дозаларын билдәләү өсөн in vivo системаһында тикшереп, һиҙгер хайуандарҙа һынап ҡарайҙар.
Ҡытай, Италия , Германия һәм башҡа илдәрҙең ғалимдары ла вакцина өҫтөндә эшләй. Дарыу уйлап табылған хәлдә лә, тәжрибәләр үткәреү ваҡыт талап итә.