Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Декабрь 2019, 17:00

Төп бурыс – ял итеүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу

“Ҡарағай” шифаханаһының киноконцерт залында октябрь башында башланған ремонт тамамланды һәм 29 ноябрҙә уны асыу тантанаһы булды. Ошо уңайҙан сарала ҡатнашыусыларҙы шифахананың директоры – медицина фәндәре докторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Рәмил Бәҙретдинов сәләмләне.

– Бөгөн беҙҙә күңелле ваҡиға. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә киноконцерт залын йылытыу буйынса эштәр башҡарылды: йылытыу системаһы тулыһынса алмаштырылды, электр сымы яңыртылды, стеналары эстән дә, тыштан да йылытылды. Зал бер ҡасан да буш тормаһын ине, – тине ул һәм ялды ойоштороу хеҙмәте мөдире Альбина Сәфәрғәлинаға зал асҡысын тапшырҙы.
Рәсми өлөштән һуң йылы күркәм залда байрам концерты булды.
Әйтеп үтергә кәрәк, шифахананың һәр ерендә тулы масштаблы эштәр бара. Күптән түгел бында дауалау физкультураһы залы, яңы кафетерий асылды һәм башҡа күп кенә биналарҙа йылытыу системаһы алмаштырылды.