Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Ноябрь 2019, 18:00

Районда ике яңы ФАП барлыҡҡа киләсәк

Оҙаҡламай кесеыҡтамаҡтар һәм түбәнгебобиндар өсөн оҙаҡ көткән ваҡиға тормошҡа ашасаҡ: уларҙың үҙ фельдшер-акушерлыҡ пункттары барлыҡҡа киләсәк.


Кесе Ыҡтамаҡ ауылында эштәр.


Кесе Ыҡтамаҡ һәм Түбәнге Бобин ауылдарында модулле фельдшер пункт-тары урынлаштырыу бара.

Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Степан Гуштюк һүҙҙәренсә, әле октябрҙә үк свайҙар ҡуйылған булған. Аҙна самаһы элек бөтә кәрәкле материалдар, модулле ФАП-тар килтерелгән һәм уларҙы монтажлау башланған.

Модулле ФАП – ул Һаулыҡ һаҡлау министрлығы талаптарына ярашлы эшләнгән һәм тәүге медицина ярҙамы күр-һәтеү өсөн тәғәйенләнгән модулле медпункттың бер төрө. “Һаулыҡ” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Рәсәйҙә халыҡтың йәшәгән урынына ҡарамаҫтан сифатлы медицина ярҙамын бер тигеҙ алыуын тәьмин итеү бурысы хәл ителә. Әгәр эре торама пункт-тарҙа медицина учреждениеларын һалыу, ҡағиҙә булараҡ, капиталь төҙөлөш ысулдары менән бойомға ашырылһа, ауыл ерендә блоклы-модулле технология ҡулланып тиҙ һалыныусы төҙөлөш киң ҡулланыу таба.

Районыбыҙҙың ике ауылында яңы фельдшер пункттары төҙөү бер юлы бер нисә мәсьәләне хәл итәсәк. Беренсенән, халыҡ үҙәк поликлиникаға бармайынса ғына уңайлы һәм заманса йыһазландырылған шарттарҙа профессиональ тәүге медицина ярҙамы аласаҡ. Фельдшерҙың хеҙмәт шарттары яҡшыртыласаҡ. Ауыл биләмәһе халҡын квалификациялы белгес Марат Сальмаев ҡабул итә.

Икенсенән, әлеге көндә бинаһында ике ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан балалар баҡсаларында сабыйҙар өсөн урын бушаясаҡ. Түбәнге Бобин ауылында сентябрь айында яңы төркөм асылды, ваҡыт үтеү менән Кесе Ыҡтамаҡ ауылында ла өҫтәмә төркөм барлыҡҡа киләсәк.

Монтаждан һуң модулле фельдшер-акушерлыҡ пункт-тарында бөтә коммуникациялар – һыу, электр, йылылыҡ һәм канализация үтәсәк. Шулай уҡ халыҡҡа сифатлы тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ.


Түбәнге Бобин ауылында модулле ФАП урынлаштырыу.