Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Сентябрь 2019, 17:00

Шифаханаларға бай ерем

Ҡуйы ҡарағайлығы һәм саф һауаһы менән Мәсетле ра-йоны ял итергә һәм сарыф ителгән йәшәү көстәрен тергеҙергә теләүсе күптәрҙе үҙенә тарта. Ике һаулыҡ йорто – “Ҡарағай” һәм Мәсетле балалар шифаханаһы менән район ҙур популярлыҡ яуланы.

2019 йыл “Ҡарағай” шифаханаһы өсөн юбилейлы – 50 йыл! Ул район халҡының шифахана-курорт сәләмәтләндереүенә ныҡ мохтажлыҡ кисереүе менән бәйле колхоз-ара “Сосновый бор” шифаханаһы булараҡ ойошторола.

КПСС-тың Мәсетле райкомы беренсе секретары А. М. Саҙретдинов һәм район Советы рәйесе Т. Б. Байрамов етәкселегендә 1966 йылдың 17 октябрендә шифахана төҙөлөшө буйынса колхоз-ара совет булдырыла. Совет рәйесе итеп ауыл хужалығы производство идаралығы начальнигы К. П. Лепехин һайлана, ә 1968 йылдың 1 ғинуарынан Н. С. Чебыкин рәйес була. Шифахана төҙөлөшө буйынса генераль подрядсы итеп “Башцелинстрой” тресының ПМК-243 ойошмаһы билдәләнә.

Шифаханаға 2012 йылдың июленән БР-ҙың атҡаҙанған табибы, юғары категориялы табип Фәрит Ғәлихан улы Каев етәкселек итә. Ф. Ғ. Каев эшләй башлағас һаулыҡ йорто табиптарында һәм диспетчерында персональ компьютер ҡулланып дауалау процесын автоматлаштырыу системаһы индерелә. Автопарк яңыртыла, шул иҫәптән әҙерләнгән 16 маршрут буйынса экскурсиялар уҙғарыу өсөн кондиционерлы һәм мультимедиялы ҡорамалдар менән 35 урынлыҡ уңайлыҡлы автобус һатып алына, йоҡо корпустарының, дауалау корпусының, гараждар-ҙың ҡыйыҡтары алмаштырыла, һыу эсеү бюветына яҡтыртыу һәм минераль һыу биреү функциялары менән ағас скульптураһы төҙөлә. Кондиционерҙар һәм мультимедиялы йыһаздар ҡуйып ашхананың беренсе һәм икенсе залдарына капиталь ремонт яһала, ерҙәренә теркәү үткәрелә, һыу-сәләмәтләндереү комплексы ҡулланышҡа индерелә, шифаханаға ингән ерҙә яңы стела урынлаштырыла, кәмәләрҙе бәйләп ҡуйыу урыны һәм бунгало яңыртыла, 16 урынлыҡ яңы ике ҡатлы коттедж төҙөлә һәм ҡулланышҡа индерелә, шифаханаға ингән участкалағы һәм 5-се корпусҡа илтеүсе юлдарға асфальт түшәлә. Яңы медицина хеҙмәттәре индерелә. Төрлө йылдарҙа “Ҡарағай” эше менән Николай Чебыкин, Кәшиф Нафиҡов, Ғабдулхаҡ Сафиуллин, Юнир Солтанов, Розалия Солтанова етәкселек итә.

Быйыл Мәсетле балалар шифаханаһына – 75 йыл. Шифахана менән баш табип Альберт Әбхәлимов етәкселек итә.

Бөгөн 200 урынлыҡ шифаханала 7-нән 14 йәшкә тиклемге балалар дауалана, ә 3-тән 10 йәшкә тиклемге балалар ата-әсәләре менән бергә ял итә һәм дауалана. Йыл һайын бында 3500 бала һаулыҡтарын тергеҙә. Ял итеүселәрҙең 75 проценты бюджет путевкалары буйынса һаулыҡтарын яҡшырта. Дауалау 21 көн дауам итә.

Ата-әсәләре менән балалар республикабыҙҙан ғына түгел, ә күрше Силәбе, Свердловск, Һамар, Ырымбур өлкәләренән, Себер һәм Татарстандан, хатта Мәскәүҙән дә киләләр.

Коллективта 167 хеҙмәткәр эшләй, уларҙың берәүһе – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Зилфира Заһитова, дүрт табип – юғары категориялы, етәүһе – юғары профессиональ табип, 51 – шәфҡәт туташы.

Ошо кешеләрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте арҡаһында шифахана юғары наградаларға лайыҡ була. Һуңғылары араһында – 2017 йылда шифахана “Иң яҡшы балалар һаулыҡ йорто” көмөш миҙалы һәм дипломы, “Һаулыҡ йорто-2017” (Өфө ҡалаһы) Бөтә Рәсәй форумының “Иң яҡшы физиотерапия технологиялары” дипломы һәм алтын миҙалы менән бүләкләнгән. 2018 йылда – “Иң яҡшы балалар һаулыҡ йорто” көмөш миҙалы һәм дипломы, “Һаулыҡ йорто-2018” (Кисловодск ҡалаһы) Бөтә Рәсәй форумының “Территорияны биҙәү буйынса иң яҡшы һаулыҡ йорто” дипломы һәм көмөш миҙалы.

2018 йылда шифахана ауыл ерлегендә урынлашҡан ойошмалар араһында “Юғары социаль эффектлылыҡ һәм социаль партнерлыҡты үҫтергән өсөн” республика тармаҡ конкурсында III дәрәжә дипломанты булды. Шифахана директорҙары Николай Баутин, Рәшит Ғарипов, Галина Нужная, Александр Скрябин, Фәрит Каев, Руслан Әхмәҙуллин була.

Шулай уҡ Мәсетле районында үҙәк район дауаханаһы, өс ауыл табип амбулаторияһы һәм 27 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Яңы Мөслим һәм Октябрьск ауылдарында модулле ике ФАП ғәмәлгә индерелде.