Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Апрель 2019, 16:05

Ғүмере буйына донор

20 апрель – Рәсәйҙә Милли донорҙар көнө


Был кешеләрҙең яҙмыштары, һөнәрҙәре һәм ҡараштары төрлө, тик бер нәмә берләштерә: улар үҙҙәренең ҡаны менән дауаланыу өсөн кәрәк кешеләр менән уртаҡлашырға әҙер. Донор һүҙенең латин телендәге “donare” – “бүләк итеү” һүҙенән килеп сығыуы осраҡлы түгел. Бик йыш әлеге “бүләк” икенсе бер кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала.

Был көн хөрмәтенә беҙ Рәсәй-ҙең почетлы доноры – 18 йәшенән башлап 120 тапҡырҙан ашыу ҡан тапшырған Татьяна Худякова хаҡында яҙырға булдыҡ. Татьяна Александровна

мәктәпте Оло Ыҡтамаҡ ауылында тамамлай, шунан Өфөнөң 2-се медицина училищеһына уҡырға инә. Диплом алғас Өфө ҡалаһында эшкә урынлаша. Нисектер, яҙмыш ҡушыуы булғандыр инде, тыу-ған ауылына отпускыға ҡайт-ҡанда буласаҡ ире менән таныша. Шул саҡтан бирле улар инде 44 йыл бергә, тыуған ауылдарында өй һала, өс бала тәрбиәләп үҫтерә, хәҙер дүрт ейәндәренә һөйөнөп йәшәй. Татьяна Худякова 1974 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы бар ғүмерен медицинаға арнай. Тәүҙә Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә, шунан дерматовенерология кабинетында шәфҡәт туташы булып эшләй. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдындағы хеҙмәттәре, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының почет грамоталары менән бер нисә тапҡыр наградланған. Ауырыу кешеләргә ярҙамды ваҡытында күрһәтеү кәрәклеген ул бик ныҡ аңлай.

– Башта ҡанды былай ғына тапшырҙым, – ти Татьяна Александровна. – Һуңынан ул минең өсөн ниндәйҙер бер мөһим нәмәгә әйләнде. Бөтә ошо йылдарҙа ҡан тапшырғандан һуң, нисек кенә сәйер тойолмаһын, мин үҙемде ғәҙәттә булмағанса тоям, көс артыуын һәм шатлыҡ кисерәм. Минең менән күп кенә донорҙар килешер, тип уйлайым. Элек, ҡан тапшырыр өсөн беҙгә Өфөнән махсус бригада килә торғайны. Бөтә предприятиелар һәм ойошмалар буйынса хәбәр итәләр һәм, теләгән кеше ҡан тапшыра ала ине, ә теләгәндәр күп булды. Донорҙарға аҙыҡ-түлек һәм ике көн ял тейеш ине. Даими ҡан биреп торған кеше кешеләр ғүмерен ҡотҡарып ҡына ҡалмай, ә үҙенең организмын йәшәртә.

Хәрәкәтсән, һомғол буйлы оло йәштәге ҡатынға ҡарап быға ышанаһың. Пенсияла ул йәшәлгән һәр бер көнөнөң ҡәҙерен белә, бер урында ултырмаҫҡа тырыша, күрше ҡатындар менән бергә скандинавия йөрөшө менән шөғөлләнәләр, аҙна һайын урамдарында шәмбе өмәләре ойошторалар. Шулай уҡ буш ваҡыттарында сигеү менән шөғөлләнә. Ире менән бергә хужалыҡ алып баралар.

Һүҙен йомғаҡлап, Татьяна Александровна йәштәрҙе үҙ өлгөһөнә эйәрергә өндәне. Ҡан тапшырыу өсөн әллә ни ҡаты йәш сикләүе юҡ, иң мөһиме һаулыҡ етһен: инфекцион сир-ҙәр һәм ҡан баҫымы юғары йәки түбән булмаһын.