Мәсетле тормошо
+27 °С
Облачно

Хөрмәт менән иҫкә алайыҡ

Районыбыҙҙың шиғриәт шоңҡары, әҙәбиәт һәм тел белгесе, фольклорсы, сәсән, ҡанбабабыҙ, ғалим Әхтәров Рәшит Минһаж улының тыуыуына – 95 йыл.

Хөрмәт менән иҫкә алайыҡХөрмәт менән иҫкә алайыҡ
Хөрмәт менән иҫкә алайыҡ

Оло талант эйәһе ҙур хөрмәткә лайыҡ булып бәхетле ғүмер кисерер шәхес ине. Телен, арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙарын маҡтап халыҡҡа еткерер өсөн бар һәләтен йәлләмәне. Йола, эпос, фольклорыбыҙға һоҡланды, халыҡ аҡылын байраҡ итеп күтәргәне өсөн ҡыйырһытылды, гөрләтеп Өфөлә эшләп йөрөгәндә КГБ тарафынан ҡыуылды, торлағын тартып алдылар. Теләш, Йонос ауылдарында уҡытты, колхоз, халыҡ, ил яҙмышы менән йәшәне.
60 йәше тулып килә, мәғариф өлкәһендә уның менән янып бергә эшләгән БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы Ҡазыева:
– Ғорурланырлыҡ күп яҡлы талант эйәһе Рәшит Әхтәриҙең ике ай элек 60 йәше тулды. Район етәкселеге уның кемлеген дә белмәй, буғай, ләм-мим. Һеңлем, уның тураһында гәзиттә яҙ әле, – тине әсенеп. – Ул бит дипломһыҙ профессор. Аҡмулланың, исмаһам, аты булған. Ауылдан ауылға йөрөп шиғырҙарын уҡыған, ярлы-ябағаның йорт-ҡураһын төҙәтеп йөрөгән. Рәшиттең аты ла юҡ бит район ауылдарын иңләргә.
Шағир минең әсәйем яғынан шәжәрәбеҙҙә, Әбдрәхимгә атай-әсәйемә хәл белешеп килеп йөрөнө. Биографияһын бер күрешеүҙә тамамлармын тип уйланым, юҡ, ете тапҡыр осрашыу кәрәк булды. Биографик планда яҙырға булдым. Һөйләй торғас, ул ситкә, хәтерләүҙәргә, инеп китә. Тарих, әҙәбиәт, топонимика, этнография, халыҡ ижады буйынса тәрән мәғлүмәттәргә бай ижадсы. Арып китәлер тип, ашап-эсеп алабыҙ. Ҡапҡаны – 2-3 ҡалаҡ һурпа, ярты сынаяҡ сәй. Ашҡаҙаны ла, үпкәһе лә ярты ғына шул. Һаулығы ифрат насар булһа ла, зарланманы. Ир-егеттәр башында – ил афәте. Тапҡыр һүҙҙәр – башҡаса нисек әйтәһең: “ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы”, – тиер ине.
Күренекле романист, журналист Ғәлим Хисамов – районканың мөхәррире, ә Рәйес Юлдашев – урынбаҫары. Мәҡәләмдең бер һүҙе лә үҙгәртелмәй баҫылғас, рәхмәтле булдыҡ. Район етәкселеге лә иғтибар, хөрмәт күрһәтеп, юбилейында ҙурланылар, бер бүлмәле фатир ҙа бүленде. Шиғырҙары даими баҫылып торҙо. Иҫән мәлендәге берҙән-бер юбилей булды был.
Йонос, Теләш ауылдарында, Башҡорт гимназияһында 70 йәшлек юбилейында шағир ижадына тейешле баһа бирҙеләр. Ысын шиғриәт байрамы ине ул кисәләр. Теләшкә уны яратҡан ҡәләмдәштәре Тимер Йосопов, Хисмәт Юлдашев, Риф Тойғонов килде, шағирҙың ҡыҙы Гөлсәсәк, ейәнсәрҙәре, ҡатыны Рәйсә апай иҫтәлектәре менән бүлештеләр.
Рәшит Әхтәри мәктәптә үткән кисәләрҙең, асыҡ дәрестәрҙең үткер телле ҡунағы булды, мәҙәниәт йортонда спектакль, концерттар һуңында, сәхнәгә күтәрелеп, тамашасының шатлығын арттыра, рухын күтәрә ине.
Мәктәп музейында әҙиптең бер ҡайҙа баҫылмаған ҡулъяҙма шиғырҙары һәм Теләш ауылы тарихы һаҡлана. Юбилей бүләге булыр тарих һөйөүселәргә.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА, Йонос ауылы.
Теләш ауылы тарихынан
“Тәүҙә ауыл Һояның төньяҡ ярында, Тирмән-тауҙың урта битләүендә, ҡояшҡа ҡарап ултырған булған. Беренсе булып хәҙерге ауыл урынына Теләкбирҙе тигән олатабыҙ күсеп ултырған. Теләкбирҙенең атаһы бик ҡунаҡсыл булған. Уның йортонда Ишәле, Тәкә, Ҡорғаҙы (Ҡорғат), Аҡабаш кешеләре йыш ҡунаҡлағандар. Ҡарттың олоғайып барған көнөндә берҙән-бер улы тыуған. Көтөп, ырымлап, “аллаларға биренеп” теләп алған малайын ул Теләкбирҙе тип аҙанлатҡан. Уны, ҡыҫҡартып, Теләш тип йөрөткәндәр. Кескәй сағында кинйә улды атаһы яратып, “Маңҡаҡайым минең” тип өндәшә торған булған. Ҡарттың был иркәләү һүҙе улына ғүмерлек ҡушамат һәм шаяртыу һүҙе булып ҡалған.
Әлбиттә, Теләш ауылына, Теләкбирҙе олатаның зат-ырыуынан тыш, күрше ауылдарҙан да күсеп ултырғандар, әммә ауылдың исеме Теләш булып ҡалған.

Әбей батшаға ҡаршы
Батшаларға ҡаршы аҙ күтәрелмәгән Теләш. Батырша яуҙарында ла, Ҡараһаҡал болаһында ла, “ер һуғыштары”нда ла ҡатнашҡандар теләштәр. Теләш ҡаһармандары айырыуса Салауат батырға иш сығып, сая һуғышҡандар. Бер төркөм ҡыйыуҙар әле Салауат Ырымбурҙа, Пугачев янында, саҡта уҡ “әбей ҡәлғәһен” – Екатерина II ҡәлғәһе Өфөнө ҡамарға Чесноковка лагерына киткәндәр.
Икенсе төркөм Аҙанғол ауылынан Башҡорт казачий ғәскәрҙәренең сотнигы (был дәрәжә Ырымбур генерал-губернаторы тарафынан раҫланған), һуңынан ихтилал алдында ҙур хеҙмәттәре , атап әйткәндә, беренсе тапҡыр ғына ла Салауатҡа биш мең һыбайлы боласы килтереп тапшырғаны өсөн, Юлаев-бригадир тарафынан (ә ул көндәрҙә Салауат “бабай-батша” Пугачев исеменән эш итергә хоҡуҡ алған була) полковник итеп үрләтелгән, был званиела ул саҡта төньяҡ Башҡортостандың һәм башҡа Урал өлкәләренең хәрби-административ власы башлығы функцияларын үтәгән һәм ихтилалдың көнсығыш штабы канцелярияһы начальнигы булып торған полковник Юлай Аҙналин ҡулынан раҫланған батыр артынан эйәреп киткән. Ҡалған төркөмдәр Салауатҡа, ул хәҙерге Мәсетле районында хәрәкәт иткәндә, Ҡыҙылбай, Оло Аҡа, Тәүрә ауылдары янында килеп ҡушыла.
Телдән-телгә килгән хикәйәттәргә лә ышанһаҡ, Әхмүш исемле бер Теләш батыры Тәүрәлә Салауаттың туйында ла булған. Уны марыйҙар, Салауат яғынан булған туғандар рәтенә кертеп, “Акмуш-ҡода” тип йөрөткәндәр. Ихтилал еңелгәс “Акмуш-кода” “ширмеш ҡоҙаларында” ҡайғыһын “йыуып” ултырған ерҙә, уны, “аҡ әбей”ҙең һалдаттары килеп, марыйҙар менән бергә ҡулға алып, баструкка оҙатҡандар. Крәҫтиәндәр һуғышы бөткәс, иҫән ҡалған Теләш яугирҙарынан болала иң әүҙем ҡатнашҡан 42 кешене (уларҙың исемлеге Дәүләт архивында һаҡлана) Себерҙән дә ары – төньяҡ Яҡутияға һөргәндәр.

Кремлдә ҡунаҡта
Стахановсылар хәрәкәте Теләш менән Ишәлегә лә килеп еткән. Шуныһы ғорурлыҡ тыуҙыра: стахановсыларҙан Мәсетле районынан Бөтә Союз съезына эләккән ике делегаттың икеһе лә беҙҙең колхоздан!
Уларҙың береһе – Өмөтбаев Шәрәфи. Ауылда ике Шәрәфи булғас, икеһенең дә ҡатындары “ударница Фәхри” булғас, беҙ һөйләйәсәк геройҙы “Өмөт Шәрәфи”, “Бер әпәй Шәрәфи” тип йөрөткәндәр. Ысынлап та, бер ултырыуҙа һигеҙ ҡоштабаҡ өйрәне ҡаплап ҡуйыуға, бер тыпыс икмәкте лә ялт иттереп, өҫтәлгә ҡойолған валсыҡтарҙы бөртөгөн дә ҡалдырмай сүпләп бөтөрөр булған. Ашағанда шулай ҡолағы һелкенеп торған, сөнки эшләгәндә йөрәге елкенеп торған.
Ул саҡта колхозсылар өсөн эш минимумы 120 хеҙмәт көнө (трудодень) булған. Ә “Бер әпәй Шәрәфи” 1500 трудодень (йәки “торот”) эшләгән – 12 норма! Быны нисек эшләгән ул? Бөтә һауын һыйырҙарҙы сменаһыҙ бер үҙе көткән. Өҫтәүенә, һауын көтөүенә башмаҡтар тубын да ҡушып алған. Ҡыштарын уларға ҡырҙан бесән, һалам, силос ташып ашатҡан, ялан кәртәләрҙе лә үҙе эшләгән, торлаҡтарҙы йүнәтеп торған. Мал аҙбарҙарын өмә менән күтәргәс, ҡалған эште – түшәмә түшәүҙе, ҡыйығын ябыуҙы үҙ елкәһенә алған. Быҙауҙарға “кендегәбей” булған.
Икенсеһе – Шәрәфиҙең ҡайнатаһы Фәтих Ишанов. Ул ат ҡараусы була. Был эштә ул ике кешене алмаштырған. Бынан тыш, өс санаға өс ат егеп, аттар өсөн дә, ферма малдары өсөн дә баҫыуҙан һәм төбәктән мал аҙығы ташыған. Ат һарайы, идара йорто, Гоголь иген киптергесе өсөн утын килтереп торған. Ә үҙ өйөн мәңге ҡарсығы Бибикамал әрәмәнән сытыр ташып йылытҡан.
Ҡайнылы-кейәүле был икәү, Мәскәүҙә ул саҡтағы ВКП(б) Үҙәк Комитетының Генеральный секретары И. В. Сталин менән фотоға төшөп, күргәҙмәлә булып, Кремлдә ҡунаҡлап ҡайтҡандар. Фәтих ҡарт күнеккән төрөпкәһен Кремлдә лә теш араһынан ысҡындырмаған. Ә оялсан Шәрәфи, унда ла ышыҡ табып, “кәзиттән шүрәле бармағы яһап”, ҡасып тартҡан.
Хәҙер Шәрәфиҙән ҡалған ике иҫтәлек – Әхтәм менән Әғзәм – “Коммунист” колхозының хеҙмәт алдынғылары.

Һүрәттә: Рәшит Әхтәри телевидениела эшләгән ваҡытта, 1962 йыл 


“Йәш тарихсылар” түңәрәге материалдарын ойоштороусы – клуб етәксеһе Рәшит Әхтәров, 1976 йыл.

Автор: