Бер мәл, район Мәҙәниәт һарайы янындағы афишаны ҡарап торғанда, ике ҡатындың һөйләшкәнен ишетеп ҡалдым: “Артистарҙың береһе беҙҙең райондыҡы, тип әйтәләр”. “Ҡайһы ауылдыҡы икән?” – тигән уй үтте баштан йәшен тиҙлегендә. Тамашаны ҡарарға барғас та ошо һорау баштан сыҡманы: был һылыу ҡыҙҙарҙың ҡайһыһы Мәсетле районыныҡы икән? Театр артистары телмәрендә беҙҙең район халҡына ғына хас һүҙҙәрҙе ишетеп ҡалырға тырышам. Булманы. Спектакль аҙағына тиклем яҡташыбыҙҙың исеме бөтәбеҙ өсөн дә сер булып ҡалды.
Яңы йыл алдынан “Ҡыҙыл таң” республика гәзитендә Айгөл Юлъяҡшинаның ошо яҡташыбыҙ менән интервьюһы сыҡты. Уны һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Шулай итеп, таныш булығыҙ – Мәсетле ҡыҙы, “Нур” татар дәүләт театры актрисаһы Илгизә Муллабаева!
“Йылмайыуында – ихласлыҡ, күҙҙәрендә – ижад уты”. Өфө “Нур” татар дәүләт театры артисткаһы Илгизә Муллабаева хаҡында тамашасылар шулай ти.
Илгизә Муллабаева – үҙенең тышҡы гүзәллеге менән генә түгел, ә тәрән хистәре, хәрәкәте, хис-кисерештәре менән дә тамашасының йөрәген еңел яулаусы актриса. Тыйнаҡ та ул, ғәжәйеп ябай ҙа, шуның менән бигерәк тә үҙенә тартып тора. Өфө “Нур” татар дәүләт театрында ун йылдан артыҡ эшләй, тиҫтәләгән спектаклдәге ролдәре менән танылды, әммә тамашасы өсөн уның шәхси тормошо, уй-хыялдары бик асылып бармай. Яңы йылды ҡаршы алғанда Ат йылында тыуған актриса менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.
– Үҙегеҙ һәм ижад юлығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
– Мин Мәсетле районының Иҫке Мишәр ауылында тыуып, Әй йылғаһының шифалы һыуҙарында ҡойоноп үҫтем. Бала сағымдан уҡ сәнғәткә ғашиҡмын. Шуға ла уҡыуымды ниндәй йүнәлештә дауам итеү тураһында һорау тыуманы. Өфө сәнғәт училищеһында тынлы уйын ҡоралдары бүлегендә кларнет класында уҡыным. Уны тамамлағас, Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһының театр бүлегендә Айрат Абушахманов курсында белем алдым. Остаздарыма рәхмәт, барлыҡ алған белемдәрем тормошомдо тулыландырҙы, байытты.
– Һеҙ театрға нисек килдегеҙ, һәм ни өсөн нәҡ бына актерлыҡ һөнәрен һайланығыҙ?
– 2014 йылда Өфө “Нур” татар дәүләт театрында эшләй башланым. Театрға беренсе ҡараштан ғашиҡ булдым, тип әйтеү дөрөҫтөр. Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөгә тәүге тапҡыр килеүем ине. Үтеп барышлай, автобус тәҙрәһенән иҫ китмәле матур бина күрҙем. Һорашып, уның “Нур” театры булыуын белдем. Шул ваҡытта уҡ ошо матур театрҙа эшләү тураһында хыялым тыуған ине һәм, бәхетемә, ул тормошҡа ашты.
– Илгизә, Һеҙҙеңсә, йыл хужаһы – Ат нимәне символлаштыра?
– Ат – бик тырыш, сыҙамлы хайуан. Шуға ла был йылда тыуған кешеләр тырыш, түҙемле, бөтә уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырырға һәләтлелер, тип уйлайым.
– Һеҙгә айырыуса ҡәҙерле булған үҙенсәлекле роль йәиһә спектакль бармы?
– Ролдәр ҡулыңдағы бармаҡтарың кеүек инде ул – һәр ҡайһыһы ҡәҙерле, һәр ҡайһыһы яҡын. Барлыҡ спектаклдәрҙәге образдарымды яратам. Әммә “Тау” спектаклендәге Мөнирә образы күңелемә иң яҡыны.
– Яҡын арала ниндәй ижади маҡсаттар ҡуяһығыҙ?
– Артистың иң яҡты хыялы – матур, ҡыҙыҡлы яңы ролдәр, әлбиттә!
– Традицион татар мәҙәниәтенә сәнғәт аша ярҙам итеү ниндәй дәрәжәлә мөһим?
– Театрыбыҙҙы ғына күҙ уңында тотҡанда, беренсенән, әлбиттә телде һаҡлау буйынса ҙур эш башҡарыла. Беҙҙең спектаклдәребеҙ аша тамашасылар татар телен, йырҙарын ишетә, халыҡ бейеүҙәре, төрлө йолалар менән таныша. Минең бер танышым татар телен белмәй ине. Һуңғы ваҡытта көн һайын тип әйтерлек спектаклдәргә йөрөп, әкренләп татарса һөйләшә башланы. Минеңсә, театрҙың милләтте, телде һаҡлауҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Шуға артабан да яратҡан “Нур” театрыма яҡты киләсәк, бар яҡлап та үҫеш, тамашасыларыбыҙҙың залдарҙы тултырып йөрөүен теләйем.
– Актер эшендә иң ҡатмарлыһы нимә? Һәм, киреһенсә, иң ҙур ләззәтте нимә килтерә?
– Иң ауыры – спектаклдәге образ өҫтөндә эшләү. Һин үҙеңдәге Илгизә барлығын онотоп, бөтөнләй башҡа кеше образына керәһең. Был еңел түгел. Пьеса буйынса ролдең тексы бар, ләкин уны ятлап ҡына сәхнәгә сығыу мөмкин түгел. Уның үҙенә генә хас характерын табырға, уны тамашасы күңеленә еткерергә кәрәк.
Иң ҙур ләззәт премьеранан һуң килә. Айҙар дауамында көнө-төнө әҙерләгән, барлыҡ уйҙарың шуның тураһында булған, илһамың, көсөң, тырышлығың һалынған образ, ниһайәт, сәхнәлә кәүҙәләндерелеп, эшеңде маҡтап та ебәрһәләр, ҡанаттар үҫкәндәй була.
– Һис шикһеҙ уйнарға теләгән ниндәйҙер үҙенсәлекле сәхнә әҫәре йәиһә роль бармы? Бәлки, ниндәй ҙә булһа роль тураһында хыяллана-һығыҙҙыр, ләкин хәҙергә уны тормошҡа ашырырға яйы сыҡмайҙыр?
– Чехов, Шукшиндың хикәйәләре, пьесалары оҡшай, һәм Шекспир, Гольдони пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә уйнар инем. Бәлки, киләсәктә был хыялым тормошҡа ашыр әле.
– Һеҙҙең театр сәхнәһендә иң иҫтә ҡалырлыҡ тәжрибәгеҙ ниндәй булды?
– Эш ижад менән бәйле булғас, төрлө көтөлмәгән хәлдәр булғылай. Спектакль ваҡытында партнерың репликаһын әйтмәҫкә мөмкин, йәиһә үҙ ролеңдең һүҙҙәрен онотоп ебәрәһең. Ҡайһы ваҡытта техник сәбәптәргә бәйле, музыка һүнә. Быларҙың һәр ҡайһыһына күңелең менән әҙер булырға, юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк.
– Буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнергә яратаһығыҙ?
– Буш ваҡытым булғанда, мин уны улым менән үткәрергә тырышам. Ауыл ҡыҙы булараҡ, миңә ауыл эштәре яҡын. Ғаиләм, атай-әсәйем менән ауылымда үткән көндәр – иң рәхәте. Мауығыуҙарым күп: бәйләнәм, тегәм, биҙәүестәр эшләйем, бешеренәм. Былар барыһы ла күңелгә рәхәтлек бирә.
Зөһрә ҒӘНИЕВА
әҙерләне.