Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
24 Апрель 2025, 09:15

Яҙыусы менән тыуған ерендә осрашыу

Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Рәшит Әхтәри исемендәге район премияһы лауреаты, бик күп романдар, повестар һәм хикәйәләр авторы Ринат Камал үҙенең тыуған төйәге менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Ошо көндәрҙә Дыуан-Мәсетле ауылында уның “Публицистика” исемле яңы китабының исем туйы үтте.

Яҙыусы менән тыуған ерендә осрашыу
Яҙыусы менән тыуған ерендә осрашыу

Яңы китаптың донъя күреүе – яңы тыуған сабый менән бер. Сөнки ижад емеше булараҡ уны көтөп алаһың, өмөттәр бағлайһың. Ә уй-хыялдарыңдың тормошҡа ашыуы иһә ысын мәғәнәһендә һине бәхетле итә.
Күптән түгел Ринат Әлтәф улы күркәм ғүмер байрамын – 70 йәшлек юбилейын билдәләргә ҡайтҡайны тыуған яҡтарына. Һәм йәнә йылы осрашыу, аралашыу – әҙип яңы китабы донъя күреү менән бәйле шатлығы менән уртаҡлашырға тыуған яҡтарына ҡайтты. Был осрашыуҙы шулай уҡ беҙ Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланыҡ.
Осрашыуға ауыл биләмәһе ауылдарынан Ринат Камалдың ижадын яратыусылар һәм күҙәтеп барыусылар йыйылды. Шулай уҡ Дыуан районы Мәсәғүт ауылындағы Тимер Йосопов исемендәге республика лицей интернатынан тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары ла килгәйне.
Китапта авторҙың үҙенең һәм уның тураһында башҡа яҙыусыларҙың төрлө йылдарҙа ваҡытлы матбуғатта баҫылған материалдары тупланған: мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, интервьюлар, фотоһүрәттәр. Исем туйында һүҙ китап хаҡында ғына булманы, яҙыусыбыҙ һәм сығыш яһаусылар әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, телебеҙгә, көнкүрешкә бәйле темалар күтәрҙе. Шул уҡ ваҡытта һәр кемдең сығышында яҡташыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо сағылды.
Йылы аралашыу Йыланыш ауыл клубының “Гөлнәзирә” вокаль ансамбле, Дыуан-Мәсетле ауылының “Байрам” ҡумыҙсылар һәм “Зөбәржәт” фольклор ансамблдәренең йыр-моңдары менән аралашып бар-ҙы. Осрашыу һуңында яҙыу-сыбыҙ үҙенең ижад емештәрен бүләк итте. Ә беҙ яҡташыбыҙға киләсәктә лә илһам шишмәләренең һайыҡмауын, яңынан-яңы әҫәрҙәр яҙыуын, китаптар сығарыуын, сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләнек. Фекер алышыу тәмле сәй табыны артында ла дауам итте.
Гөлназ ӘХМӘТХАНОВА, Дыуан-Мәсетле китапханаһы китапханасыһы.

Автор: