Бөтә яңылыҡтар

Мәсетле самородогы

2024 йылдың 10 майында БАССР Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты беренсе секретары Сабир Әхмәтйән улы Ваһаповтың тыуыуына 120 йыл тула. Ул – республиканың күренекле дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа яуаплы вазифаларҙа республика үҫешенә ҙур өлөш индерә.

Мәсетле самородогы
Мәсетле самородогы

Сабир Әхмәтйән улы 1904 йылда Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе Дыуан-Мәсетле ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Мәсетле районы) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хеҙмәт юлын иртә башлай. Урындағы башланғыс мәктәптә белем ала. Егерме ике йәшлек егет ВКП(б) сафына баҫа һәм 1924 йылға тиклем ауыл комсомол ячейкаһы, РКСМ-дың улус һәм район комитеты секретары булып эшләй. Шул уҡ йылдарҙа – улус китапханаһы мөдире, ауыл Советы секретары. Халыҡ араһында наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса эш алып бара.
1924 – 1929 йылдарҙа Дыуан-Мәсетле улус башҡарма комитеты рәйесе, Мәсәғүт кантоны башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, секретары вазифаларын башҡара.
1930 йылда Мәскәүҙә ВЦИК ҡарамағындағы 9 айлыҡ совет төҙөлөшө курстарында уҡый, һуңынан күпмелер ваҡыт БашЦИК инструкторы булып эшләй.
Кантон һәм улустар районлаштырылғандан һуң, бөтөрөлгән Мәсетле кантонының 3 улусынан ойошторолған Мәсетле районы ойоштороу бюроһына партияның өлкә комитеты тарафынан рәйес итеп ебәрелә. Район съезында Сабир Ваһапов район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.
СССР халыҡ хужалығын үҫтереүҙең тәүге биш йыллыҡ планы Урал тимер мәғдәндәре һәм Кузнецк күмере нигеҙендә Урал-Кузнецк металлургия комбинатын төҙөүҙе күҙаллай. Шуға бәйле Белорет районында тимер мәғдәндәренә геологик разведка башлана. Башҡортостан өлкә комитеты был эшкә партияның 500 ағзаһын саҡыра. Ваһапов Егәҙе-Комаров геологик-разведка базаһы директоры урынбаҫары итеп ебәрелә. Айырыуса ауыр шарттарҙа тимер мәғдәндәре запасын асыҡлау буйынса уңышлы ҙур эш башҡарыла. Бер йыл эшләгәндән һуң, уны Свердловск ҡалаһындағы Сәнәғәт академияһына ебәрәләр. 1936 йылда, академияны тамамлағандан һуң, төҫлө сәнәғәт инженер-металлургы Сабир Әхмәтйән улы Баймаҡ баҡыр иретеү заводына командировкаға ебәрелә, унда өлкән мастерҙан алып завод директорына тиклем хеҙмәт юлын үтә.
1939 йылдың аҙағында Сабир Ваһапов ВКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының сәнәғәт бүлеге мөдире итеп раҫлана. 1940 йылдың февралендә үк утыҙ биш йәшлек Ваһапов БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе итеп тәғәйенләнә, унда 1946 йылдың апрелендә КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты беренсе секретары итеп һайланғанға тиклем эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән БАССР Халыҡ комиссарҙары советы һәм партияның өлкә комитеты иғтибар үҙәгендә кешеләрҙе армияға мобилизациялау, фронт өсөн хәрби продукция сығарыуҙы юлға һалыу, күсерелгән завод, фабрикаларҙы урынлаштырыу һәм сафҡа индереү, эвакуацияланған халыҡты урынлаштырыу, госпиталдәр ойоштороу һәм башҡа мәсьәләләр тора. Республика территорияһында 1941 йылдың сентябрендә республикала хәрби берләшмәләр һәм частар төҙөлә башлай, бер нисә дивизия ойошторола. Башҡорт халҡы араһында милли частар ойоштороу буйынса патриотик хәрәкәт йәйелдерелә. Республика етәкселеге килеп тыуған хәрәкәт тураһында илдең Оборона дәүләт комитетына хәбәр итә. СССР-ҙың Дәүләт Оборона комитеты милли берләшмәләр ойоштороу идеяһы менән килешә һәм республика биләмәһендә 112-се, 113-сө башҡорт кавалерия дивизияларын ойошторорға рөхсәт бирә. Дивизиялар ойоштороу буйынса хөкүмәт комиссияһы рәйесе итеп Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Сабир Ваһапов тәғәйенләнә. 1941 йылдың декабрь аҙағына бөтә халыҡтың дөйөм тырышлығы менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тулыһынса ойошторола. Дивизия Башҡортостан халҡы аҡсаһына булдырыла. Уның штаты, ат составы һәм матди средстволары республиканың халыҡ хужалығында ҡалдырылған бронь иҫәбенә комплектлана. Бынан тыш, 1941 – 1944 йылдарҙа предприятиелар, транспорт учреждениелары, колхоздар һәм совхоздар 5138 йөк һәм еңел автомобиль, 743 сылбырлы тәгәрмәсле трактор, 71,5 мең ат, 13,2 мең бер атлы һәм пар атлы ылау оҙатҡан.
1941 йылдың йәйендә һәм көҙөндә республика территорияһына фронт алды райондарынан 100-гә яҡын сәнәғәт предприятиеһы ҡорамалдары тулыһынса һәм өлөшләтә эвакуациялана. Башҡортостан хеҙмәтсәндәре эвакуацияланған эшселәр менән бергә хәрби әһәмиәткә эйә булған был предприятиеларҙы тиҙ арала сафҡа индереү өсөн күп көс һала.
Сәнәғәт предприятиеларынан тыш, республикала Украина ССР-ынан һәм илдең башҡа көнбайыш биләмәләренән килтерелгән тиҫтәләрсә ғилми һәм мәҙәни учреждение, уҡыу йорттары урынлаша. Республика дошман алған биләмәнән эвакуацияланған 300 мең кешене ҡабул итә, балалар айырым иғтибар һәм йылылыҡ менән ҡаршы алына.
1943 йылдың 21 авгусында СССР Халыҡ комиссарҙары советы һәм ВКП(б) Үҙәк комитеты “Немец оккупанттарынан азат ителгән райондарҙа халыҡ хужалығын тергеҙеү буйынса кисектергеһеҙ саралар тураһында” ҡарар ҡабул итә. Башҡортостан Украинаның Ворошиловград өлкәһен шефлыҡҡа ала. ВКП(б) өлкә комитеты бюроһының 1943 йылдың 30 авгусындағы ҡарары менән БАССР Халыҡ комиссарҙары рәйесе Сабир Ваһапов етәкселегендә Ворошиловград өлкәһенә ярҙам күрһәтеү буйынса республика комитеты төҙөлә. Комитет өлкәгә ярҙам күрһәтеү буйынса ҙур эш башҡара. 1943 йылда республика колхоздары Ворошиловград өлкәһе хужалыҡтарын тергеҙеү өсөн 9 мең ат, 15 мең баш һыйыр малы, 15 мең һарыҡ һәм кәзә бүлгән. Шулай уҡ илдең башҡа өлкәләренә лә ярҙам күрһәтелә. 1943 – 1944 йылдарҙа Харьков, Сталинград, Курск, Смоленск, Воронеж, Ленинград, Калинин өлкәләре өсөн 140 мең баштан ашыу төрлө мал ебәрелә.
Һуғыш йылдарында Башҡортостанда башҡарылған эштәр, әлбиттә, ВКП(б) өлкә комитетының, БАССР Халыҡ комиссарҙары советының, уның рәйесе Сабир Әхмәтйән улының ойоштороу эшмәкәрлегенә бәйле була.
1946 йылдың 20 апрелендә Сабир Ваһапов партияның Өлкә комитеты пленумында ВКП(б) Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары итеп раҫлана. Ваһаповты был юғары вазифаға тәҡдим итеп, ВКП(б) Үҙәк комитеты һуғыштың ауыр йылдарында уның ойоштороу һәләтен иҫәпкә ала. Сабир Әхмәтйән улы етәкселегендә республикала халыҡ хужалығын тергеҙеү буйынса кисектергеһеҙ саралар күрелә һәм улар яҡшы һөҙөмтәләр бирә.
Сабир Әхмәтйән улы ил тарихының иң ҡатмарлы осороноң береһендә республика етәксеһе була һәм Башҡортостандың социаль-иҡтисади тормошонда ҙур эҙ ҡалдыра. Уның тураһында шул осорҙағы етәкселәр, яҙыусылар Мостай Кәрим, Нәжиб Асанбаев һәм башҡалар яҡшы фекерҙәр ҡалдыра. Ризван Хажиевтың “Кем һин, Сабир Ваһапов?” исемле китабы донъя күрҙе. Уның йөҙ йыллығына ҡарата “Беренсе секретарь” документаль фильмы төшөрөлдө, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, Дыуан-Мәсетле ауылы урамына Ваһапов исеме бирелде. Сабир Әхмәтйән улы Ваһапов Өфө ҡалаһында һәйкәлгә лайыҡ. Район етәкселеге легендар яҡташыбыҙға һәйкәл ҡуйыу тураһында республика власы алдында үтенес менән мөрәжәғәт итер тигән өмөт бар. Һәйкәлдәр тарихты онотмаһындар һәм белһендәр өсөн кәрәк. Сабир Ваһапов үҙ ваҡытында райондың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн күп эш башҡарған, райондан сыҡҡан кешеләрҙе етәксе вазифаларға әүҙем тәҡдим иткән (министрҙар араһында мәсетлеләр күп булған), әйтәйек, Фәйзрахман Зәғәфүранов уның әүҙем ярҙамы менән БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе була.
Ә Башҡортостан тыуған башҡорт ерендә үҫкән, үҙ еренә һәм халҡына намыҫлы хеҙмәт иткән етәкселәрҙән һәр ваҡыт уңды. Шундай булдыҡлы етәкселәр араһында яҡташыбыҙ, ысын илһөйәр, күренекле дәүләт эшмәкәре Сабир Ваһапов айырым урын биләй.
Ғәлимйән КӘРИМОВ,
журналист.

Автор: