Рөстәм Шакирйән улы 1963 йылдың 2 авгусында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. 1979 йылда урта мәктәпте тамамлап, Өфө иҫәпте механизациялау техникумында уҡый (хәҙер ул – Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы). Совет Армияһы сафына алына. Демобилизацияланғас, хеҙмәт эшмәкәрлеген Мәсетле районы статистика бүлегендә механик вазифаһында башлай, һуңынан инженер-проектлаусы, инженер-программист вазифаларын биләй, артабан бүлектең етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1998 – 2001 йылдарҙа Мәсетле территориаль статистика бүлеге етәксеһе вазифаһын биләй.
1999 йылда Рөстәм Шакирйән улы Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын тамамлай. Ә 2001 йылда Башҡортостан Республикаһының статистика буйынса дәүләт комитеты етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2003 йылдан Башҡортостан Республикаһының статистика комитеты етәксеһе урынбаҫары вазифаһын биләй. 2005 йылдан – Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары. Шулай уҡ уның “Совет Армияһы отличнигы” һәм “2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙемлеге өсөн” билдәләре, “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” һәм “Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа күр-һәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары, Салауат Юлаев ордены бар.
Рөстәм Ғатауллин – 18 ғилми мәҡәлә авторы. Ул – һүҙ һәм эш кешеһе. Шуға күрә исеме киң билдәле. Күптәр уға мөрәжәғәт итеп, аңлай белгән, изгелекле һәм компетентлы кеше менән осрашыуын аңлай.
Төп эшенән тыш Рөстәм Ғатауллин әүҙем ижади эшмәкәрлек алып бара. Ул “Ҡошсо ырыуы ауылдары” (2007 йыл) һәм “Беҙ – Мәсетле! Һәр беребеҙ мөһим!” (2014 йыл) мәғлүмәт йыйынтығын, “Йыһанға йышыраҡ ҡара!” китабын баҫтырып сығарҙы. Оҙаҡ йылдар шулай уҡ башҡорт “Википедия”һы сайтының ирекле мөхәррире булып тора. Рөстәм Нурыев исеме менән башҡорт телендә энциклопедик мәҡәләләр яҙыу һәм тулыландырыу менән шөғөлләнә. Мәсетле районына ҡағылышлы темаларҙы ла урап үтмәй. “Бәйләнештә” төркөмөндә “Беҙ мәсетлеләр! Мы мечетлинцы!” төркөмөн ойоштороусы. Шулай уҡ Рөстәм Шакирйән улының мәҡәләләре “Мәсетле тормошо” район гәзитендә донъя күрә.
Беҙ яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.