Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Аҡыллы остаз һәм етәксе

Мәсетле районында тыуған төйәгенең именлеге, уның артабанғы үҫеше өсөн янып йәшәгән кешеләр күп. Күренекле ғалим, билдәле сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре Рафаил Мирсаев шундай кешеләрҙең береһе булды.

Аҡыллы остаз һәм етәксе
Аҡыллы остаз һәм етәксе

17 июлдә Рафаил Нурый улының тыуыуына 75 йыл тула. 2016 йылдың 22 апрелендә 68-се йәшендә билдәле эшмәкәрҙең йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
Мирсаев Рафаил Нурый улы 1948 йылда Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Абдулла ауылында тыуған. 1972 йылда Өфө авиация институтын тамамлап, армия хеҙмәтенән һуң өлкән инженер, һуңынан Өфө авиация институты ҡарамағындағы Авиация сәнәғәте министрлығының тармаҡ ғилми-тикшеренеү лабораторияһы мөдире урынбаҫары булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, унда газ-турбина һәм ракета двигателдәренең һығылмалы системаларын проектлау менән шөғөлләнә.
1979 – 1987 йылдарҙа Рафаил Нурый улы партия органдарында КПСС-тың Киров район комитеты инструкторы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты фән һәм уҡыу йорттары бүлеге инструкторы, КПСС-тың Өфө ҡала комитеты секретары вазифаларында эшләй.
1990 йылда, КПСС үҙәк комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһында уҡығандан һуң, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы секретариатына ойоштороу бүлеге мөдире, ә һуңынан секретариат етәксеһенең ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары вазифаһына эшкә күсә.
1995 – 2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының I, II һәм III саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе, Закондар сығарыу палатаһы рәйесе урынбаҫары була.
Мирсаев Рафаил республикала парламентаризм башланғысында тора, ҡануниәтте камиллаштырыуға ҙур өлөш индерә, республика мәғариф системаһы менән идара итеүҙә әүҙем ҡатнаша, ғалимдарҙың һәм педагогик берләшмәнең башланғыстарын хуплай.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ғилми-педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрен ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү факультеты деканы була.
Рафаил Нурый улы 21 патент, 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Әүҙем ғилми һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә лайыҡ була, СССР ВДНХ-һының көмөш һәм бронза миҙалдары, “СССР-ҙың уйлап табыусы-һы” билдәһе менән бүләкләнә.

Автор: