Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
27 Февраль 2023, 10:40

Зәңгәр күкте иңләп

Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына Мәсетле районында тыуып үҫкән Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны, пилот Василий Ковин тураһында мәҡәлә тәҡдим итәбеҙ.

Зәңгәр күкте иңләп
Зәңгәр күкте иңләп

9 февралдә Рәсәйҙә граждандар авиацияһының 100 йыллығы билдәләнде. Был – ҙур лайнер һәм вертолеттарҙы һауаға күтәреүселәрҙең, аэропорт һәм бәләкәй осош майҙансыҡтарында пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүселәрҙең, һауа судноһын төҙөүселәрҙең һәм һынаусыларҙың һөнәри байрамы.
Василий Герасимович ғүмеренең иң яҡшы йылдарын зәңгәр күк киңлегенә арнаған. Ул бала саҡтан летчик булырға хыяллана. Малай 12 йәшендә тәүге тапҡыр тыуған ауылы Оло Ыҡтамаҡ эргәһендә вертолет ултырғанын күрә. Был ваҡиға уға көслө тәьҫир яһай һәм ул осоу теләге менән яна башлай.
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Һарытау өлкәһендәге Краснокутск граждандар авиацияһы осоу училищеһына уҡырға инергә ҡарар итә, ләкин конкурс буйынса үтмәй – бер нисә балл етмәй. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғас, Венгрияла танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, танк командиры була. Шул уҡ ваҡытта зәңгәр күк тураһында ла хыялланыуҙан туҡтамай. Демобилизацияланғас, шул уҡ летчиктар училищеһына юллана, был юлы уҡырға инә. Конкурс ҙур була: бер урынға ун кандидат. Һаулыҡ та, белем дә тикшерелә.
– Ул ваҡытта пилоттарға ихтыяж ҙур ине, – ти әңгәмәсем. – Училище йыл һайын 600 самаһы пилот сығарҙы.
Өс йыл тиҙ үтеп китә. 1974 йылда уҡыу йортон тамамлай, “Самолеттарҙы осоуҙа файҙаланыу” һөнәренә эйә була. Диплом алғандан һуң Василий йүнәлтмә буйынса Өфө берләштерелгән авиаотрядына эләгә. Өс йыл АН-2 самолеттарында оса.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 22 февралдә 8е һанында уҡығыҙ.

Автор: