Атаһы Ғилметдин – ауылдың урта хәлле кешеһе Ғималетдиндың улы. Ғималетдин дүрт балаһын – Ғилметдин, Миндеәхмәт, Кинжәбай, Рамазанды – белемле кеше итеп тәрбиәләргә тырыша. 1883 йылда тыуған олоһо Ғилметдин айырыуса отҡор. Земство мәктәбен тамамлай, аҙаҡ юғары рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Армия хеҙмәтенә бара. Ә 1908 йылда 25 йәшендә “Ауыл уҡытыусыһы” таныҡлығы ала. Шунан Мәсетле, Дыуан яҡтарында мәктәптә эшләй, башҡорт, рус, немец телдәренән дәрестәр бирә.
Бына шунан башлана ла инде Ғималовтарҙың уҡытыусылар династияһы! Әйткәндәй, үҙем дә ошо ауылда тыуған, ошо уҡытыусыларҙың йылы ҡулында уҡып кеше булған затмын. Ә арҙаҡлы ауылдашым Мәрйәм апай менән һәр саҡ ғорурландым, ахырҙа үҙем дә әҙәбиәткә ылыҡтым: беҙ шул Әй буйының йәшел сиҙәменә тәү тәпәй баҫҡанбыҙ, тәүләп шул уҡ күктәргә баҡҡанбыҙ, шул Әй һыуҙарын эсеп үҫкәнбеҙ. Шунда үткән бала саҡ.
Мәрйәм апай 14 йәшендә ауылдан 17 саҡрымдарҙағы Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Пед-училищенан һуң биш йыл Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауылында бала-ларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 1945 йылда Өфөгә килгәс, К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих-әҙәбиәт бүлеге студенты. Институтты “отлично”ға тамамлай.
Институтта уҡығанда уҡ 1949 йылдан 9-сы һанлы башҡорт интернат-мәктәбендә (1-се һанлы башҡорт интернатында) башҡорт әҙәбиәтенән уҡыта. Шунда яҡташ уҡыусыһы Рәми Ғариповтың ижади һәләтен тоя һәм уны үҫтереү өсөн тырыша. Һуңынан буласаҡ шағирҙың иң яратҡан уҡытыусыларының береһенә әйләнә. Мөғәллим менән шәкерттең бергә төшкән фотолары, бер-беренә яҙған хаттары һаҡлана. Шағир унда: “әҙәбиәтте иң нескә тойған тәүге шиғри уҡытыусыма” тип яҙа.
1957 йылда Мәрйәм Ғималова СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы эргәһендәге аспирантураны тамамлай, РСФСР Мәғариф министрлығының милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтына эшкә төшә. Ә тағы ла дүрт йылдан педагогика фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай. Мәскәүҙән килгән профессорҙар йәш белгесте башҡорт әҙәбиәте методикаһы, В. Песковты рус теле, Ә. Әхмәрованы рус теле, Ф. Исламованы башҡорт теле буйынса дәреслектәр төҙөү эшенә һайлап ала. Әйтергә кәрәк, ул заманда аспирантура тамамлаған, ғөмүмән, ғилми дәрәжәгә эйә белгестәребеҙ бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Шуларҙың һәр береһе алтынға торошло! Хәҙер генә кандидаттар быуа быуырлыҡ ул.
Әҙәбиәт методикаһының шундай һайлам ғына вәкилдәренең береһе ең һыҙғанып яңыса дәреслектәр төҙөүгә тотона, күп уҡытыусылар раҫлауынса, ниһайәт, башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙың фәнни-теоретик нигеҙҙәрен һала. Күп йыллыҡ хеҙмәт бушҡа китмәй: “Мәктәптә Баязит Бикбай ижадын өйрәнеү” (1964 й.), “V – VII кластарҙа башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнеү” (1972 й.), “Урта мәктәптәрҙең IV – VIII кластарында башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы” (1982 й.), “V – VIII кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы” (1994 й.) исемле ҙур монографиялары донъя күрә, бөтә кластар буйынса башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу программалары төҙөлә.
Нисәмә быуын башҡорт балалары Мәрйәм Ғималованың әҙәбиәт дәреслектәрен уҡып үҫте! Нисә быуын әҙәбиәт уҡытыусылары уның методикаһы менән файҙалана! Ғалимә утыҙ ете йыл академик Ғайса Хөсәйенов менән әҙәбиәт дәреслектәре ижад итә. Уларҙың күбеһе дәреслектәр конкурсында еңеп сыҡҡан. Мәрйәм Ғималова ысынында – башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһын нигеҙләүсе инсан, йәнә шул методиканы эшләү, үҫтереүҙә үҙ мәктәбен дә булдырҙы. Роберт Байымов, Рәшит Шәкүр, Әхәт Вилданов, Әхмәт Сөләймәнов, Мираҫ Иҙелбаев, Миндебай Юлмөхәмәтов, Рафаэль Аҙнағолов, Фәүриә Аҡҡужина, Ғиниәт Ҡунафин, Булат Ғафаровтар – шул мәктәптән. 900-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, дәреслектәр һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы. Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы. Ул шиғри күңелле зат та: бик күп шиғырҙарҙы яттан белә, шуларҙы әленән-әле дәреслектәренә индереп ебәрә ине. Кеткелдәп көлә, кинәйәләп өндәшә... Минең ауылдаш апайым! Күпте күргән, кисергән, төрлө холоҡло түрәләр менән эшләгән; үҙе лә бер ҡатлы, елбәҙәк кенә холоҡло түгел. Төплө уйлап эш итеүсән, ҡыйыу ҙа ҡатын ул.
Ғөмүмән, беҙҙең ауыл кешеләре ебегән түгел, үтә хискә лә бирелеп бармайҙар, бер-береһен дә “өф” итеп кенә тормайҙар. “Үҙ илеңдә әүлиә юҡ” тигән әйтем, бәлки, нәҡ Мәст-ауылда тыуғандыр ул. Апайымдың эсендәге – тышында, уйлағанын ярып әйтә. Рәми Ғарипов, Ғибәҙулла Зарипов һәм дә Мәрйәм Ғималова... Шуға уның менән ғорурланырға хаҡым барҙыр, тим. Беҙ бер үк Әй һыуын эсеп үҫкәнбеҙ, эйе, бер үк күктәргә баҡҡанбыҙ, бер үк һауаны һулағанбыҙ.
Ринат КАМАЛ.