Бала саҡ йылдары
Рамир Марат улы 1937 йылдың 15 апрелендә тыуған. Атаһы – башҡорт, сығышы менән Мәсетле районы Һабанаҡ ауылынан, әсәһе – татар. Улар институтта уҡыған сағында таныша. Улына исемде Марат Ҡурамшин Испаниялағы ваҡиғалар тәьҫирендә һайлай (1936 – 1939 йылдарҙа Испанияла граждандар һуғышы була, матбуғатта һәм радиола ошо ваҡиғалар яҡтыртыла башлай). Рамир – испан теленән Рамирес.
Институтты тамамлағандан һуң Ҡурамшиндар Өфөгә күсеп килә. 1939 йылда ғаилә башлығы армияға саҡырыла һәм Алыҫ Көнсығышҡа хеҙмәт итергә ебәрелә. Ғаилә Өфөлә ҡала. Һуғыш башлана...
“Һуғыш башланғас, атайым әсәйемә, мине һәм ағайымды алып, ауылға уның ата-әсәһе янына ҡайтып китеүен һорап хат яҙа. Унда ашарға ла булыр, хәүефһеҙерәк тә. Һәм беҙ киттек. Мәсетле районының Һабанаҡ ауылы Өфөнән 270 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан булып сыҡты. Урал тауҙары араһында сумып ултырған айыу мөйөшө”, – тип иҫенә төшөрә Рамир Марат улы.
“Әлбиттә, Һабанаҡтағы бала сағымды бик яҡшы хәтерләйем. Беҙ Ленер туғаным һәм әсәйем менән элекке бай-ҙың өйөндә йәшәнек, уны ауылыбыҙҙың “Маяҡ” колхозында хисапсы булып эшләгән әсәйем һатып алды. Ә уға тиклем атайымдың ата-әсәһе үҙәк урамдағы колхоз идараһы ҡаршыһында емерек йортта йәшәне. Ә яңы бейек йорт урамдың шул уҡ яғында йөҙ метр самаһы алыҫлыҡта таш келәт менән йәнәш уңдараҡ урынлашҡан. Был йорт һәм келәт әле лә шул урында тора, хәҙер унда икенсе кешеләр йәшәй, улар подвал ҡатын да торлаҡ итеп яраҡлаштырған, ә келәттең бер мөйөшө емерелә башлаған. Мин былар-ҙың барыһын да бер нисә йыл элек күрҙем.
Мәктәп бөгөнгө магазин ҡаршыһындағы йортта ине. Унда хәҙер мәсет шикелле. Бөтәһе дүрт синыф булды, барыһының да дәрестәре бер үк ваҡытта бер класта бара. Уҡытыусы ла бер үк кеше булғандыр, әммә уның ирме, ҡатынмы икәнен аныҡ ҡына хәтерләмәйем. Мин еңел уҡыным, яҡшы үҙләштерҙем, шуға күрә дәрестәрҙә өлкәнерәк кластар өсөн бирелгән материалды тыңларға ярата инем. Алдан кемгәлер бөтәбеҙгә бер дәреслек булыуын һөйләгәйнем инде, ә ҡағыҙ һәм дәфтәрҙәр булмау сәбәпле, беҙ иҫке гәзиттәрҙән йыртып алынған биттәргә, өҫтәүенә баҫма тексҡа арҡыры яҙа инек, юғиһә беҙҙең яҙыуҙы уҡып булмай. Үкенескә күрә, хәҙер мин кем менән уҡығанымды, мәктәптән һуң кем менән аралашҡанымды хәтерләмәйем. Беҙҙең арала шағир Фәрит барыһына ла баш булып йөрөгәнен, беҙгә ҡаршы һулдараҡ Бибисара инәйҙең өйө эргәһендә йәшәүен, ә уның улы ҡайҙалыр судьямы, прокурормы булып хеҙмәт иткәнен, һирәк-һаяҡ ауылға килеп йөрөгәнен генә иҫләйем. Икенсе дуҫым Миңлейән әсәһе Разия менән тап беҙгә ҡаршы йәшәне. Был компания һәм башҡа малайҙар менән Әй йылғаһында балыҡ тоттоҡ, һыу индек, йылғаның икенсе яғына кисеүҙән сығып ҡурай еләге һәм ҡара ҡарағат йыя инек, шулай уҡ үҙебеҙ яҡтағы тауға, мәғәзәйгә барып, шартлама менән ҡайын еләген йыйҙыҡ. Һуғыш ваҡыты, аслыҡ осоро булғанға күрә, икмәкте күрмәнек тә тиерлек, беҙ алабута, ҡаҡы, балан, муйыл йыйып ашаныҡ, ҡайын һутын йыя инек, урманда алтын һымаҡ татлы тамырҙарҙы – “хазина” соҡоп сығара инек.
Халыҡ аслыҡтан бик интекте, шешенеп күп үлделәр. Минең Ҡазанда тыуып үҫкән әсәйем колхоз идаралығында эшләп, ҡайһы ваҡыт бер аҙ он алыуы менән, ә олатайым Хурамша Мөбәрәкшин колхоз балыҡсыһы булғанлыҡтан, тотҡан балығының бер өлөшөн алып, иҫән ҡалдыҡ.
Тимерсе аҡһаҡ Фәхриҙе яҡшы хәтерләйем, ул табында гел скрипкала уйнай ине, Миңлейәндең өйөнән һул яҡтан ике-өс өй аша йәшәне, ә тимерлеге юл аша клубтан йылғаға төшкән урында булды.
Клубҡа һирәк булһа ла машинала киномеханик килеп, фильмдар күрһәтте, ауыл халҡы, ут булмағанлыҡтан, клуб тышында ҡул менән генераторҙы әйләндерә ине. Урындағы йәш үҙешмәкәрҙәр клубта хәрби тематикаға постановкалар ҡуйҙы, ә залда ултырған ҡатын-ҡыҙҙар, фронтта алышҡан ирҙәрен иҫенә төшөрөп, илай торғайны.
Үкенескә күрә, Фәрит менән Миңлейән дуҫтарым был донъянан бик иртә китеп бар-ҙы, башҡа бер кем менән дә артыҡ аралашманым. Тағы ла Әлфит исемле оҙон буйлы ябыҡ ҡына егетте хәтерләйем, ул клубтан Һыйыр тауына киткән урамда йәшәне. Әлфит 60-сы йылдарҙа ҡармаҡ менән үҙәк урам аҙағында йылға кисеүендә бихисап бәрҙе балығы тотоуы менән иҫтә ҡалған (был урын Кәзә һуҡмағы тип атала торғайны шикелле). Бер көндө, уның менән балыҡ тотҡандан һуң, ул ваҡытта әле иҫән булған өләсәйемде аптыратып, 23 ҙур балыҡ алып ҡайттым, ә ул йөҙләгән бәрҙе тотто. Бына, иң ҡыҫҡа хәтирәләрем шул”, – тип иҫтәлектәре менән уртаҡлаша Рамир Марат улы.
1946 йылда демобилизацияланған атаһы ғаиләһен Өфөгә кире күсерә. Әммә бер йылдан ул ғаиләһенән китә. Рамир һәм ҡустыһы әсәһе менән ҡала һәм атайһыҙ үҫеүҙең бар ауырлығын кисерә, аслы-туҡлы йәшәйҙәр. Әсәһе ике эштә эшләй, шуға малайҙар үҙ аллы үҫә.
Рамир Марат улы буш ваҡытын тиҫтерҙәре менән урамда уҙғара, уларҙың күбеһе тәмәке тарта, эсә, һүгенә. Улар йоғонтоһонда Рамир Ҡурамшин уҡыуын ташлай һәм икенсе йылға ҡалдырыла.
Коньки тураһында хыял
Мәктәп йылдарында Рамир Марат улы иптәштәре менән “Динамо” һырғалағына йөрөй башлай, унда конькиҙы ваҡытлыса алып тора. Бында уны күнекмәне тамамлаған конькиҙа йүгереүселәр хайран ҡалдыра. Үҫмер уларҙың шыма хәрәкәттәренә, иҫ киткес еңеллегенә һоҡлана. Рамир Марат улының ябай ғына конькиҙары ла булмай, шуға ла никель менән ялтлап торған һыҙма бысаҡтарына көнләшеп ҡарай. Ул бер тапҡыр булһа ла бындай конькиҙа шыуырға хыяллана. Рамир Марат улы коньки һатып алырға аҡса йыя башлай. Йәй һайын балалар баҡсаһында утын бысып, ярып, аҡса йыя. Конькиҙа йүгереү секцияһына яҙылырға теләй, әммә ул һәр ваҡыт тулы була.
Уларҙың мәктәбенә килгән немец теленән яңы уҡытыусы Борис Маркович Минкович – Рамир Марат улының конькиҙа йүгереү спорты тураһындағы хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән кеше. Беренсе дәрестән һуң Борис Маркович конькиҙа шыуа белгән балаларҙың ҡулдарын күтәреүен һорай. Рамир менән бер нисә синыфташы ҡулдарын күтәрә һәм Минкович уларҙы йәкшәмбе көн һырғалаҡҡа саҡыра.
Рамир стадионға ҡыҙыҡ-һыныуҙан килә, ләкин улар-ҙың уҡытыусыһы конькиҙа боҙға сығып, ултыра төшөп бер нисә әйләнеп сыҡҡас, ул алдында ысын конькиҙа йүгереүсе икәнлеген аңлай.
Минкович улар менән аҙнаһына 2-3 тапҡыр шөғөлләнә, дөрөҫ йүгерергә өйрәтә. Рамир, ниһайәт, тотонолған коньки һатып ала. Тиҙҙән Борис Минковичтың тәрбиәләнеүселәре төрлө ярыштарҙа сығыш яһай башлай.
Ике йыл ныҡышмалы күнекмәләр Рамир Марат улы өсөн бушҡа үтмәй. Ул әкренләп имен булмаған компаниянан ситләшә, уҡыуҙа ла тартыла. 10-сы синыфты тамамлағас та “Буревестник” командаһы ағзаһы булып китә, беренсе тапҡыр бушлай спорт формаһы, яңы коньки ала, башҡа ҡалаларға сборҙарға һәм ярыштарға йөрөй.
Уның менән Өфөләге юғары уҡыу йорттарының физик тәрбиә биреү кафедралары мөдирҙәре ҡыҙыҡһына башлай. Ләкин ул 1957 йылда, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, БДУ-ның химия факультетына уҡырға инә. Уҡыған ваҡытында юғары уҡыу йорттары чемпионы, республика йыйылмаһы ағзаһы була, конькиҙа ул йылдарҙа еңелдән булмаған 1 разрядты үтәй.
Спорт – йәшәү рәүеше
“Мин Мәскәүҙә Дипломатик академияны ҡыҙыл дипломға тамамланым һәм артабан Сит ил эштәре министрлығында, шул иҫәптән сит илдә лә эшләнем, етәксе вазифалар биләнем. Француз һәм инглиз телдәрен беләм. Фән кандидаты, доцент. 2009 йылдан пенсияға сыҡтым, Мәскәүҙә йәшәйем. Ғүмерем буйына спорт менән шөғөлләндем”, – тип һөйләй Рамир Ҡурамшин.
Ул Дипломатик академияла уҡыған йылдарҙа ла, Мароккола эшләгән ваҡытта ла (1974 – 1978 йылдарҙа), Сит ил эштәре министрлығының үҙәк аппаратында эшләгән ваҡытта ла спорт менән шөғөлләнә. 1980 йылдың йәйендә Сит ил эштәре министрлығынан ГТО күпбәйгеһе буйынса Мәскәүҙең “Спартак” беренселегендә сығыш яһап, беренсе урын ала, спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәй. Шул йылда Мәскәүҙә XXII йәйге Олимпия уйындары уҙа. Олимпиаданың ойоштороу комитеты разнарядкаһы буйынса “Спартак” йәмғиәтенә бер нисә факел йөрөтөүсе һайлап алырға ҡушыла, улар араһында Рамир ҙа була.
Рамир Марат улы былай тип хәтерләй: “Миңә барыһынан да нығыраҡ уңыш йылмайҙы. Сөнки миңә 19 июлдә Уйындарҙы асыу тантанаһында Олимпия утын «Лужники» стадионы ҡапҡаһы-нан Үҙәк аренаға алып барыу-ҙы ышанып тапшырҙылар. Стадион майҙанына инер алдынан мин утты өсләтә һикереүҙә өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Виктор Санеевҡа тапшырҙым, ул 200 метр арауыҡты йүгереп, уны Олимпия уйындары чемпионы, ЦСКА баскетболсыһы Сергей Беловҡа тапшырҙы”.
34 йылдан һуң Рамир Марат улы йәнә Олимпия уйындарында факел йөрөтә – был юлы Сочиҙағы XXII ҡышҡы Олимпия уйындарында. “Йәнә Олимпиада буласағын белгәс, шунда уҡ ғариза тапшырҙым, Олимпия комитеты миңә бер нисә ҡала араһынан һайлау мөмкинлеге бирҙе. Үҙебеҙҙең Өфөбөҙҙө һайланым”, – тип һөйләй Рамир Ҡурамшин.
“60 йәштән һуң ветерандар спорты менән әүҙем шөғөлләнә, халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша башланым. Бөгөнгө көнгә коньки буйынса ветерандар араһында биш тапҡыр донъя чемпионы һәм алты тапҡыр донъя рекорды ҡуйыусымын, еңел атлетика буйынса Бөтә донъя һәм Европа ветерандары уйындары еңеүсеһе, Worldloppet халыҡ-ара саңғы марафондарының алтын һәм көмөш мастеры. Быйыл Мәскәүҙә Олимпиаданың 80 йыллығына минең турала ла сюжеттар булған ике фильм төшөрөлдө. Уларҙың береһе Матч-ТВ каналында күрһәтелде һәм “Вопреки невозможному" тип аталды ", – тип хәтирәләргә бирелә Рамир Марат улы.
1982 йылда алған йәрәхәт (үксә һөйәге һына) уны конькиҙа йөрөү мөмкинлегенән мәхрүм итә. Шуға күрә Рамир Марат улы яйлап саңғыға күсә. Был спорт төрөндә ул күп тапҡырҙар төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулай.
1990 йылда Р. М. Ҡурамшин 53 йәшендә кросс буйынса абсолют чемпион була. 1999 – 2004 йылдарҙа ул 23 халыҡ-ара саңғы марафонында йүгерә.
2010 йылдан алып йәйгеһен Рамир Марат улы еңел атлетика буйынса ярыштарҙа ҡатнаша башлай. Ул – күп тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм рекордсыһы, Туринда 400 һәм 800 метрға йүгереүҙә Бөтә донъя ветерандар уйындары еңеүсеһе (2013 йыл).
Йомғаҡлау
Бөгөнгө көнгә рәсәйҙәр араһында спортсы-ветеран Рамир Ҡурамшин халыҡ-ара кимәлдә ярыштарҙа иң ҙур стажға эйә. 60 йыл элек ул конькиҙа йүгереү спорты буйынса спорт мастеры кимәлендә сығыш яһаны. Һуңғы йылдарҙа халыҡ-ара еңел атлетика ярыштарында төрлө дистанцияларҙа йүгереүҙә даими рәүештә еңеү яулай.
“Динамо” йәмғиәте Рамир Марат улының спорт ҡаҙаныштарын лайыҡлы баһаланы, ул “Почетлы динамовец” исеменә лайыҡ булды һәм “Динамо хәрәкәтен үҫтереүгә өлөш индергән өсөн” билдәһе менән наградланы.
Рамир Ҡурамшин ысын мәғәнәһендә ғәжәйеп кеше. “Мин физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә киткән ваҡыт өсөн һис тә үкенмәйем. Был шөғөл һәр саҡ минең менән булды, ҡамасауламаны, ә киреһенсә, алдымда торған бурыстарҙың уңышлы сиселешенә булышлыҡ итте. Барыһын да физик культураға ылығырға саҡырам. Иң мөһиме, дуҫтар, күнекмәләрҙә ныҡышмалылыҡ күрһәтегеҙ һәм һеҙ үҙегеҙҙе, бәлки, хатта ярыштарҙа еңерһегеҙ”, – ти Рамир Марат улы.
Был ҡоро һүҙҙәр түгел, сөнки Ҡурамшин быны үҙ миҫалында раҫланы.
Анзалита МУСИНА,
Һабанаҡ ауылы.